Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
06:05 (UTC+5), 26 Июня 2014

Мәҙәни марафон ҡабул иткән көндө Стәрлебаш мөнәжәт башҡарыусыларҙың осрашыу үҙәгенә әйләнәсәк

Ләйлә Аралбаева
26 июндә Стәрлебаш районы «Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре араһында Республика мәҙәни ваҡиғалар марафоны штандартын Йылайыр районынан ҡабул итеп аласаҡ. Был хаҡта Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Марафон сиктәрендә Стәрлебаш ауылында мөнәжәт башҡарыусыларҙың «Иман нуры» беренсе төбәк фестиваль-конкурсы үтәсәк. Стәрлебаш ауылы элек-электән мосолман дин әһелдәрен әҙерләүҙең тарихи үҙәге булып торған. Был көндө бөтә республиканан һәм яҡын төбәктәрҙән ҡунаҡтар йыйыласаҡ.
- Мөнәжәт башҡарыусыларҙың конкурсында яңғыҙ башҡарыусылар һәм составында икенән алып һигеҙ кешегә тиклемге ансамблдәр ҡатнашасаҡ. Мөнәжәттәрҙең тематикаһы төрлө-төрлө: тыуған ер менән айырылышыу, үлем һәм үлемһеҙлек, Аллаһ Тәғәлә һәм уның пәйғәмбәрҙәре, әсә һәм бала тураһында. Музыкаль оҙатыу буласаҡ. Иң яҡшы башҡарыусылар Гала-концертта сығыш яһаясаҡ, унда еңеүселәрҙе бүләкләйәсәктәр, — тип һөйләнеләр Стәрлебаш хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегендә.
Фестиваль сиктәрендә ислам дине вәкилдәренең ижади осрашыуы, шулай уҡ экскурсия һәм мәҙәни-ял итеү программаһы планлаштырылған.
28 июндә штандартты тапшырыу өсөн Стәрлебаш районы делегацияһы Хәйбулла районына юлланасаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика