10:50 (UTC+5), 17 Июня 2014

Мәскәүҙә «Коломенское» музей-ҡурсаулығында һабантуй үтәсәк

Ләйлә Аралбаева
21 июндә Мәскәүҙең «Коломенское» дәүләт музей-ҡурсаулығында дөйөм ҡала һабантуйы уҙасаҡ. Рәсәйҙең баш ҡалаһының был хозур тәбиғәтле урынында байрам дүртенсе тапҡыр уҙасаҡ. Музей-ҡурсаулыҡ территорияһында күмәк күңел асыу иртәнге сәғәт 11-ҙә башланып киске туғыҙға тиклем дауам итәсәк.
Һабантуйҙа ҡунаҡтарҙы ҡыҙыҡлы, төрлө-төрлө программа: Мәскәү, Башҡортостан һәм Татарстан сәнғәт оҫталарының концерты, күңелле конкурстар һәм уйындар, милли көрәш буйынса ярыштар көтә. Теләүселәр өсөн милли сувенирҙар, халыҡ художество кәсептәре әйберҙәре, тәмле-татлыҡ ризыҡтар һатыласаҡ, шулай уҡ сәк-сәктән, хуш еҫле балдан ауыҙ итергә мөмкин буласаҡ.
Байрамды ойоштороу өсөн Өфөнән Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры Фәүзи Сафин етәкселегендә ижади төркөм бара. Артистар, улар араһында «Ҡарауанһарай» һәм «Далан» төркөмдәре, Нәзифә Кадырова, Римма Амангилдина, Ғәли Алтынбаев, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Руслан Сәйфетдинов, Марсель Ҡотоев, Әлиә Нурғәлиева, Регина Баракова, Зарина Солтангилдина, Артем Машков, төрлө-төрлө концерт программаһын әҙерләй. Үҙҙәренең иң яҡшы номерҙарын Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһенең билдәле Бейеү театры вәкилдәре лә әҙерләй.
Башҡортостандан һабан байрамына Әбйәлил районы барасаҡ, ул бөтә тирмәләр, милли йыһаздар менән башҡорт ихатаһын ҡорасаҡ. Райондың һәүәҫкәр коллективтары – «Йәшлек» ансамбле, «Миләш» фольклор төркөмө байрам программаһын үҙҙәренең сағыу сығыштары менән биҙәйәсәк.
Һабантуй – башҡорт һәм татар халыҡтарының иң яратҡан байрамы. Унда халыҡтарҙың матур йолалары, уларҙың йырҙары, бейеүҙәре, ғөрөф-ғәҙәттәре берләшә. 2002 йылдан алып байрам рәсми рәүештә ЮНЕСКО тарафынан булдырылған матди булмаған кешелек мираҫы хазиналары исемлегенә индерелгән.
Мәскәү һабантуйы – йола буйынса бөтә уҙғарылған һабан байрамдарының иң ҙуры. 2013 йылда байрамда 150 меңдән ашыу мәскәүле һәм баш ҡала ҡунаҡтары була. Икенсе йыл рәттән Мәскәү һабантуйында ҡырым татарҙары мәҙәниәте тәҡдим ителәсәк.
Байрамды ойоштороусылар: Мәскәү Хөкүмәте, РФ Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, Татарстан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, «Башҡортостан яҡташтары», Мәскәүҙең Төбәк татарҙар милли-мәҙәни автономияһы, Яр Саллы һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары хакимиәттәре, Мәскәүҙең «Коломенское» дәүләт художество тарихи-мәҙәни һәм тәбиғи-ландшафт музейы-ҡурсаулығы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика