19:17 (UTC+5), 16 Июнь 2014

Башҡортостандың сәнғәт оҫталары Ҡырым халҡына байрам бүләк итте

Ләйлә Аралбаева
Ҡырым Республикаһының Белогорск ҡалаһында үҙәк майҙанда Рәсәй көнөн байрам итеү сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының сәнғәт оҫталары һәм Ҡырым Республикаһының Белогорск районы үҙешмәкәр коллективтарының «Беҙ бергә!» тигән ҙур байрам концерты уҙҙы.
Байрам сараларында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев етәкселегендә Башҡортостан Республикаһының рәсми делегацияһы һәм Ҡырым Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Светлана Косарич булды. Константин Толкачев урындағы халыҡты һәм байрам ҡунаҡтарын Рәсәй көнө менән ҡотланы һәм Башҡортостан Республикаһы башлығы Рөстәм Хәмитовтың сәләмен еткерҙе. Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдиндың сығышы сарала ҡатнашыусыларға ныҡ тәьҫир итте.
Рәсәй менән ҡабаттан ҡушылғандан һуң Ҡырым Республикаһында тәүге тапҡыр Рәсәй көнөн байрам итеү юғары илһөйәрлек дәрте менән үтте. Концерт программаһы Ҡырым Республикаһының Белогорск районы коллективтары ҡатнашлығында «Рәсәй», «Башҡортостан», «Рәсәй халыҡтары», «Беҙ бергә» тигән өлөштәрҙән торҙо.
Концерт Өфө ҡалаһының «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле һәм Белогорск районы художество үҙешмәкәр балалар коллективтары башҡарыуында «Рәсәй сыңдары» йыр-бейеү композицияһынан башланды. Концерт программаһында шулай уҡ Башҡортостандың билдәле артистары: Алена Завьялова, Римма Амангилдина, Вадим Зәкиев, Руслан Сәйфетдинов, Любовь Буторина, Диана Ишниязова, Владимир Орфеев, Миңзифа Исҡужина, Венера Юлгилдина, Марсель Сәйетов, Салауат Мөхәмәтйәров ҡатнашты. «Далан» эстрада-фольклор төркөмө тамашасыларҙы «Рәсәй – Башҡортостан» йыры менән арбаны, уны Артур Туҡтағолов атта һыбай йөрөп башҡарҙы.
Любовь Буторина һәм Диана Ишниязова, Белогорск районы балалар хоры һәм художество үҙешмәкәрлек коллективтары башҡарыуында «Я, ты, он, она» тигән популяр йыр шулай уҡ тамашасыларҙың күңелдәренә хуш килде. Концертты алып барыусылар Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Рушана Бабич, Искәндәр Урманцев һәм Влада Гудкова тамашасыларҙың кәйефтәрен күтәрҙе. Ҡырым халҡы Башҡортостан Республикаһы артистарының оҫталығынан хайран ҡалды.
Сәфәр сиктәрендә БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова райондың мәҙәниәт учреждениеларында булды һәм Ҡырым Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы етәкселеге менән осрашты. Осрашыуҙа мәҙәниәт-ара һәм милләт-ара үҙ-ара эш итеү, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә социаль һәм иҡтисади үҙгәрештәр, ижади коллективтарҙың гастролдәрен ойоштороу, балаларға өҫтәмә белем биреү учреждениеларына методик ярҙам күрһәтеү, музей һәм китапхана эшендә тәжрибә уртаҡлашыу, шулай уҡ ике республиканың мәҙәниәт учреждениелары араһында профессиональ хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелде.
Ҡала стадионында спорт ярыштары уҙҙы, ә үҙәк майҙанда этнографик ихаталар, биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм кәсептәр оҫталығы күргәҙмәләре ойошторолдо.
Байрам Белогорск һәм Башҡортостан артистары ҡатнашлығында киске дискотека менән дауам итте һәм сағыу фейерверк менән тамамланды.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика