12:23 (UTC+5), 10 Июня 2014

Башҡортостандың һуҡырҙар өсөн китапханаһы «Онотолған һуғыш» интернет-викторина үткәрҙе

Ләйлә Аралбаева
Башҡортостан Республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы, Беренсе донъя һуғышының 100 йыллығына арналған, балалар өсөн «Онотолған һуғыш» интернет-викторинаға йомғаҡ яһаны.
Китапхананың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, виртуаль викторинала 43 кеше ҡатнашты. 13 йәшлек Рөстәм Ғабдрахманов 17 балл йыйып гран-при яуланы. Беренсе урында – 17 йәшлек Кирилл Домнин, икенселә – уның тиҫтере Айнур Мөхәмәтов, өсөнсөлә – 15 йәшлек Алина Хәйруллина.
Дәртләндерә торған бүләктәр Илмир Шәрифуллин, Элвина Сәхәүетдинова һәм Аня Ереминаға тейҙе.
Бөтә ҡатнашыусыларға ла электрон адрестарына интернет-викторинала әүҙем ҡатнашҡандары өсөн почет грамоталары ебәреләсәк, почта элемтәһе менән бүләкте ебәреү өсөн еңеүселәр бүләкте барып алыусының фамилияһы менән үҙенең почта адресын хәбәр итергә йәки Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 47 адресы буйынса урынлашҡан Башҡортостан Республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһынан барып алырға кәрәк. Белешмәләр өсөн телефон: (347) 273-29-54. Электрон почта: zambrbs@ufamts.ru; mbrbs@ufamts.ru.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика