06:41 (UTC+5), 06 Июня 2014

Төбәк етәксеһе Корея Республикаһының джаз-бэнд концертында булды

Арина Рәхимҡолова
Рөстәм Хәмитов тормош иптәше Гөлшат Хәмитова менән «Stone Jazz» джаз-бэнд концертында булды. Төркөм Башҡортостанға Корея Республикаһының Рәсәй Федерацияһында Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Ви Сон Лактың сәфәре сиктәрендә Өфө тамашасыларына үҙ программаһын тәҡдим итте.
- Башҡортостанға, Өфөгә эш сәфәре менән генә түгел, ә яҡшы мәҙәни программа менән килгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, — тине Рөстәм Хәмитов. — Элгәре йыл Корея Республикаһында булдым. Корея оҫталарының концертын ҡарай алдыҡ. Артистарығыҙҙың оҫталығынан, энергияһынан, талантынан хайран ҡалдым һәм, һис шикһеҙ, һеҙҙең сәфәрегеҙ барышында музыкаль төркөмдөң килеүен теләгәйнем. Һәм бына һеҙ бөгөн джаз төркөмөн алып килдегеҙ. Беҙҙә лә уйнау, бейеү, йырлау оҫталары бар. Артистарыбыҙ Корея Республикаһында сығыш яһаны. Беҙҙең бизнес, эш даирәләре араһында бәйләнештәребеҙҙең нығыныуына ышанам һәм Корея артистарын үҙебеҙҙә һәм үҙебеҙҙең артистарҙы Корея Республикаһында күреү өсөн күп кенә мөмкинлектәр аласаҡбыҙ.
Республика етәксеһе иҫтәлеккә Корея флейтасыһына башҡорт флейтаһын – ҡурай бүләк итте, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
1 из 18
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика