09:38 (UTC+5), 02 Июня 2014

Бөтә донъя төрки форумы мәҙәниәт, дипломатия һәм туризм мәсьәләләрен тикшерҙе

Ләйлә Аралбаева
Төркиәнең Эдирне ҡалаһында өс көнлөк III Бөтә донъя төрки форумы тамамланды. Сараларҙа донъяның 60 иленән 143 делегат ҡатнашты. Улар араһында төрки телле илдәр – Төркиә, Әзербайжан, Ирак, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Рәсәй республикалары – Башҡортостан, Дағстан, шулай уҡ Европа дәүләттәре – Голландия, Германия, Македония, Бельгия, Франция, Венгрия.
Форумды асыу һәм ябыу тантаналарында абруйлы ҡунаҡтар – ТӨРКСОЙ-ҙың генераль секретары Дюсен Касеинов, Төрки Советының Генераль Секретары Хәлил Акынджы, Төркиә-Азияның стратегик өйрәнеүҙәр үҙәге президенты Сөләймән Шенсой, Эдирне ҡалаһы губернаторы Хәсән Дуруер, Истанбул сауҙа палатаһы рәйесе Мурат Ялчинташ, төрлө дәүләт министрҙары, дипломатик миссиялар, ғилми донъя вәкилдәре, ижтимағи хәрәкәт лидерҙары, журналистар ҡатнашты.
11 секция ултырышында мәҙәниәт, дипломатия һәм туризм темаһына ҡағылған мәсьәләләр тикшерелде, ҡайһы бер проекттарҙың презентациялары уҙҙы. Доклад яһаусыларҙың сығышынан һуң фекер алыштылар.
Истанбул университеты профессоры Айдемир Окай рәйеслегендә дәүләткә ҡарамаған субъекттар һәм медиа вәкилдәренең секция ултырышында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы күҙәтеүсеһе Ләйлә Ишморатова доклад менән сығыш яһаны.
Халыҡ-ара форум сиктәрендә бер төркөм мәҙәни саралар уҙҙы. «Kizil Elma» бүләкләү тантанаһында дипломатия, бизнес, фән, технологиялар, мәҙәниәт, спорт өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштары өсөн премиялар тапшырҙылар. ТӨРКСОЙ йәмәғәт ойошмаһы төрки донъя мәҙәниәте үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн премияға лайыҡ булды.
Тантаналы саралар барышында һынлы сәнғәт күргәҙмәһе асылды, ижади коллективтар сығыш яһаны.
Бөтә донъя төрки форумы йомғаҡтары буйынса декларация ҡабул ителде. Документтың тексы форумды ойоштороусы TASAM үҙәгенең рәсми сайтында баҫыласаҡ.
Форум тураһында тулыраҡ Ижтимағи электрон гәзиттә уҡырға мөмкин.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика