06:47 (UTC+5), 29 Мая 2014

Сингапурҙа башҡорт һәм татар ғаиләләре һабантуй ойошторҙо

Розалия Вәлиева
Төркиә, Үзбәкстан, Финляндия, Рәсәй татарҙары һәм башҡорттары ҡатнашлығында һабантуй үткән ял көндәре Сингапурҙа уҙҙы. Һабан байрамына 25 кеше – алты интернациональ ғаилә ағзалары йыйылды. Байрамда ҡатнашыусылар инглиз телендә аралашты, әммә шулай уҡ бер-береһе менән рус һәм татар телендә һөйләшергә тырышты.
- Тәү сиратта, байрам беҙҙең балалар өсөн ойошторолдо, улар халҡыбыҙ йолалары менән таныш түгел, — тип һөйләй һабантуй ойоштороусыһы Эльвира Луи (Хәбибулина). – Хәҙер улар беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың бындай байрамды ни өсөн үткәргәндәре, нимә аңлатҡаны тураһында белә. Тоҡ кейеп йүгереү, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, ҡатыҡтан аҡса эҙләү кеүек милли уйындар ҙа уйнаныҡ – барыһын да етди рәүештә эшләргә тырыштыҡ, декорациялар һәм уйындарҙы ойоштороу менән Төркиә татары Рушан Бичури Язичиоглу ярҙам итте.
Бынан тыш, ҡатнашыусылар милли аш-һыу әҙерләгәйне – өҫтәлдә бәлеш һәм өсбосмаҡ, шулай уҡ былау бар ине.
- Ҡырғыҙстандан күп йылдар элек күсеп киттем һәм был этник колоритты бик юҡһынам, — тип һөйләй Эльвира. – Бында, Сингапурҙа урыҫтар берләшмәһе бар, ватандаштарҙың осрашыуҙары үтә, әммә татарҙар һәм башҡорттар әлегә бер тапҡыр ҙа йыйылманы. Хәҙер ғаиләләр менән өс ай һайын осрашырға планлаштырабыҙ.
- Тыуған төйәгеңдән алыҫта булғанда үҙ мәҙәниәтеңде һәм телеңде һаҡлап ҡалыу бик мөһим, — тип һөйләй һабантуйҙа ҡатнашыусы, Мәләүез ҡалаһында тыуған, әлеге ваҡытта – Larks digital agency Азияла Рәсәй компаниялары өсөн PR-агентлығы етәксеһе Гөлнара Яҡупова. – Айырыуса бындай осрашыуҙар балалар өсөн кәрәк.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика