09:43 (UTC+5), 28 Мая 2014

«Тамыр» телеканалы яңы «Шүлгәнташ» фильм-әкиәтен тәҡдим итте

Ләйлә Аралбаева
27 майҙа Өфөнөң «Родина» кинотеатрында «Шүлгәнташ» фильм-әкиәтенең премьераһы уҙҙы. «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының проекты «Урал батыр» башҡорт эпосы, халыҡ риүәйәттәре һәм хикәйәттәре нигеҙендә төшөрөлә. Фильм мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы Президентының ике миллионлыҡ гранты аҡсаларына ғәмәлгә ашырыла.
Фильм өҫтөндә эш Бөрйән районындағы күренекле Шүлгәнташ мәмерйәһендә бара. Ике ай дауамында фильм-әкиәт өҫтөндә 150-нән ашыу кеше эшләй. Улар иҫәбендә - «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының иң яҡшы белгестәре: проект авторы Гөлназ Ҡолһарина, режиссерҙар Рөстәм Аҙнабаев һәм Ләйсән Солтанғолова, оператор-ҡуйыусы Урал Ғатауллин, рәссамдар Арслан Бикбаев һәм Албина Шәһретдинова, тауыш режиссеры Людмила Романова. Фильмға музыканы Айҙар Хәмзин яҙа.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тамашасылары фильмды 1 июндә киске сәғәт 10-да ҡарай ала.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика