07:56 (UTC+5), 28 Мая 2014

Республиканың ғалим-фольклорсыһы Ҡаҙағстанда Халыҡ-ара сәсәндәр конкурсын етәкләне

Алик Шакиров
Ҡаҙағстанда, Аҡтүбә университетында, 23-25 майҙа Халыҡ-ара сәсәндәр конкурсы уҙҙы. Уны ғилми-тикшереү үҙәгенең «Төрки фольклор философияһы» программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә Аҡтүбә университеты ойошторған һәм ул күренекле ҡаҙаҡ аҡыны Аҡтан Керейул (1850-1912) ижадына арналған. Конкурс тураһында ҡағиҙәгә ярашлы, ҡатнашыусылар Аҡтан аҡын әҫәрен көйләп башҡарырға тейеш ине.
Башҡортостандың билдәле ғалим-фольклорсыһы һәм сәсәниә, филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Розалия Солтангәрәева форум-конкурсы рәйесе булды. Ҡаҙағстанда сәсәндәр ярышы тарихында тәүге тапҡыр күҙәтелгән был тәжрибә – башҡорт сәсән мәктәбе абруйының сағыу күрһәткесе һәм Розалия Солтангәрәеваның оҫталығын таныу.
Ҡаҙаҡ форумынан һуң «Башинформ» агентлығына тәьҫораттары менән уртаҡлашып, ул конкурсты асып үҙенә ҡаҙаҡ телендә Аҡтан Керейулдың «Билдә» улэнын башҡарырға тура килеүен һөйләй. Башҡортостан вәкиле ҡаҙаҡ сәндәренең башҡарыу оҫталығын баһалау хоҡуғына тиккә генә эйә булмауын раҫланы.
- Улэн көйөн үҙем уйлап сығарҙым, минең сығышымды йылы ҡабул иттеләр һәм ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланылар. Дөйөм алғанда конкурс юғары кимәлдә уҙҙы. Ҡаҙағстанда сәсәндәр мәктәбе бик көслө. Ете сәғәт дауамында туп-тулы зал Аҡтан Керейул аҡындың әҫәрҙәрен, думбыра көйөн тыңланы. Эпик әҫәрҙе думбыра көйөнә башҡарыу еңелерәк тә, әһәмиәтлерәк тә килеп сыға. Ҡаҙағстандың сәсәндәр мәктәбенә был юҫыҡта тиңдәр юҡ. Конкурста өлкән, йәш бәйетселәр ҡатнашты. Житез Палмеков, Ханболат Аюпов, Альбина Койшыгалиева, Оспан Кулсымаковтың сығыштары айырыуса сағыу булды. Беҙҙең ҡаҙаҡ дуҫтарыбыҙҙың планында башҡа билдәле аҡындар – Абыл Нурым, Кашаган, Аралбай ижады буйынса конкурстар үткәреү.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика