07:48 (UTC+5), 27 Мая 2014

Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары Ҡырымда сығыш яһарға әҙерләнә

Ләйлә Аралбаева
Башҡортостан менән Ҡырымдың Белогорск районы араһында мәҙәни бәйләнештәр нығына. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәренең Ҡырымға барыуҙары тураһында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы сайтында алдан хәбәр ителгәйне.
Мәҙәни алмашыуҙы көйләү өсөн Ҡырымда Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы администраторы Лилиә Батыршина булды.
Белогорьела, Симферополдә, Евпаторияла һәм Севастополдә булып, ул Башҡорт филармонияһы артистарының концерттарын ойоштороу тураһында килешкән.
- Ҡырымдар «Ҡарауанһарай», «Далан» фольклор эстрада төркөмдәре, беҙҙең Эстрада-джаз оркестры менән ҡыҙыҡһына, — тип һөйләнеләр филармонияның матбуғат хеҙмәтендә. — Был көҙ, яңы ижади миҙгелдә, Белогорск районында бер төркөм концерттар ҡуйыу планлаштырыла. Ҡырым менән Башҡортостан араһында алмашыу проекттары сифатында Белогорье ижади коллективтарының республикаға килеүҙәре көтөлә. Музыкаль-әҙәби лекторий төркөмөн Ҡырымға киләһе яҙ ебәрергә әҙерләнәбеҙ.
Яҡын ваҡыт эсендә Башҡорт дәүләт филармонияһының алдынғы артистары, 12 июндә, Рәсәй көнөндә уҙасаҡ, Ҡырым һабантуйында ла ҡатнашасаҡ. Билдәле артистар, «Далан» төркөмө солистары Артур Туҡтағолов һәм Миңзифа Исҡужина, Редик Сәғитов, ҡурайсы Илнур Хибәтуллин, йырсылар Марсель Ҡотоев, Римма Амангилдина үҙ сығыштары менән байрам программаһын биҙәйәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика