07:51 (UTC+5), 23 Мая 2014

«Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» марафоны эстафетаһын Баймаҡ районы ҡабул итә

Ләйлә Аралбаева
Бөгөн, 23 майҙа, Мәҙәниәт йылына арналған «Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» республика марафоны эстафетаһы Баймаҡ районына күсә. Фестиваль штандартын район халҡына бөрйәндәр тапшырасаҡ.
- Граф күле эргәһендә, һабантуй яланында «Башҡорт аты» район фестивале үтәсәк, — тип хәбәр иттеләр район хакимиәтендә.
Фестиваль программаһында үҙәк урынды башҡорт аттары күргәҙмәһе биләйәсәк. «Кесе Арбатта» ҡулланма сәнғәт һәм ҡул эштәре экспозицияһы тәҡдим ителәсәк. Байрамда ат итенән эшләнгән ашамлыҡтарҙан, шифалы ҡымыҙ эсемлегенән ауыҙ итергә мөмкин буласаҡ.
Ойоштороусылар шулай уҡ ғәҙәти булмаған йылҡысылар һәм ҡымыҙ эшләүселәр конкурсын ойошторорға йыйына. Йола буйынса һыбай йөрөү саялығы һәм оҫталығы «Бәйге» башҡорт халыҡ ярышында сағылыш табасаҡ.
Ҡунаҡтарға художество үҙешмәкәрлегенең ҙур концерт программаһы тәҡдим ителәсәк.
Башлана 15 сәғәттә.
24 майҙа «Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы» марафоны Сибай ҡалаһына юлланасаҡ. Байрамдың төп сараһы — «Ирәндек моңдары» төбәк-ара йыр бәйгеһенең Гала-концерты.
- Еңеүселәрҙе бүләкләү һәм ҙур концерт ҡаланың үҙәк майҙанында үтәсәк, театрлаштырылған байрам күренеше киске һигеҙҙә башланасаҡ. Конкурс еңеүсеһе 100 мең һумлыҡ сертификат аласаҡ. Хәҙер конкурс тыңлауҙары бара. «Ирәндек моңдары» бәйгеһенен ябыу ваҡытында фестиваль штандартын сибайҙарға тапшырасаҡтар, — тип һөйләне Республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек начальнигы Эльвира Әхмәтйәнова.
Сибай ҡалаһы 30 майға тиклем мәҙәни баш ҡала буласаҡ, унан һуң штандартты Белорет районының Межгорье ҡалаһы ҡабул итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика