Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Май 2014, 13:58

Ореn air форматында «Симфоник төн» фейерверк менән тамамланасаҡ

Ореn air форматында «Симфоник төн» быйыл 4 июнендә Өфө амфитеатрында (Конгресс-холл артындағы майҙанда) үтәсәк. Масштаблы күренештең төп геройҙары – Башҡортостандың сәнғәт оҫталары һәм Йәштәр симфоник оркестры.
Концертты ойоштороусы – проектты ғәмәлгә ашырыуға республика Президентының 15 миллионлыҡ грантын алған З.Исмәғилов исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы. Грант сиктәрендә яңы йәштәр коллективы өсөн музыка ҡоралдары алыу планлаштырылған.
Академия проректоры Олег Мельников һөйләүенсә, әҙерлек тулы кимәлдә бара. Афишалар әҙерләнгән, техник хеҙмәттәр менән килешеүҙәр төҙөү процесы бара. Сәхнә былтырғы кеүек ябыҡ буласаҡ, шулай уҡ уның алдына эскәмйәләр ҡуйыласаҡ. Ҡалған тамашасылар тәбиғи амфитеатрҙың йәмле ҡалҡыулыҡтарында урынлаша аласаҡ.
- Сәхнәне 1-2 июндә төҙөйәсәктәр, генераль репетиция 3 июндә үтәсәк, — тип аңлатты Олег Мельников. — 2013 йылда «ореn air»-ҙы видеоға төшөргән, һәм Симфоник төндөң видеоролигын эшләгән Flycam компанияһы менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Уларҙың махсус аппараты был концертты ла төшөрәсәк. Программа амфитеатр өҫтөндә сағыу фейерверк менән тамамланасаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, концертта билдәле йәш музыканттар, З.Исмәғилов исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары һәм уны тамамлаған, хәҙер республиканың, Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең алдынғы мәҙәниәт һәм сәнғәт учрежденияларында эшләүселәр ҡатнашасаҡ. Улар араһында – халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаттары: йырсылар Артур Кәйепҡолов (Ҡаҙағстан), Гөлнара Вәлиева, Иҙел Аралбаев, Диляра Иҙрисова, Е.Светланов исемендәге Рәсәй дәүләт академия симфоник оркестры солистары, скрипкасылар Айһылыу Сәйфуллина һәм Александр Маломожнов (Мәскәү), пианинола уйнаусылар Шәүрә Сәғитова һәм Элина Арцибашева (Мәскәү), виолончелсе Рөстәм Хәмиҙуллин һәм Аяз Нухов, флейтасылар Инна Фоменко һәм Андрей Позяк, аккордеонсы Екатерина Герасимова, кларнетта уйнаусы Руслан Вәлиев, ҡурайсы Марсель Вәхитов.
Дирижер пульты артында – Өфө дәүләт сәнғәт академияһы ассистенты-стажеры, Александрия ҡалаһында (АҠШ) «Донъя кубогы» конкурсы лауреаты, Костромала бөтә Рәсәй дирижерҙар конкурсы дипломанты, «Рәсәйҙең йәш һәләттәре» федераль премия эйәһе Линар Дәүләтбаев.
Алдан «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрҙәрендә концерт программаһы тураһында яҙылғайны.
- Тәүҙә иғлан ителгән башҡарыусыларҙан тыш, Симфоник төнгә тағы ла ике билдәле йәш музыкант – ул скрипкасы Сыңғыҙ Ханнанов һәм кларнетта уйнаусы Артур Нәзиуллин ҡушыласаҡ, — тип һөйләне Линар Дәүләтбаев. — Музыкаль материалды мартта уҡ әҙерләй башлағайныҡ, ҡайһы бер әҫәрҙәрҙе яҙ дауамында концерттарыбыҙҙа башҡарҙыҡ, хәҙер яңыларына репетиция яһайбыҙ. Солистар ай аҙағына йыйыласаҡ, кемдәрҙер концерт алдынан киләсәк.
Башҡортостандың Йәштәр симфоник оркестры 2013 йылда Өфө дәүләт сәнғәт академияһы нигеҙендә ойошторолған. Был ваҡыт эсендә оркестр репертуар эшләгән, бер нисә концерт программаһы әҙерләгән. Коллектив гастролдәр менән Ырымбур, Сибай, Октябрьский һәм Магниторгоскиҙа булды.
Oреn air (асыҡ һауала) концерттар Европа илдәрендә һәм Рәсәйҙә киң таралған. 2013 йылда Өфөлә Конгресс-холл артындағы майҙанда беренсе тапҡыр музыка сәнғәте йондоҙҙары һәм Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры ҡатнашлығында масштаблы ореn air үтте. Шунан алып майҙансыҡҡа «Өфө амфитеатры» исеме беркетелде.
Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: