04:47 (UTC+5), 15 Мая 2014

Башҡорт дәүләт филармонияһы тамашасыларға яратҡан артистары менән осрашыу шатлығы бүләк итте

Ләйлә Аралбаева
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында юбилейлы 75-се концерт миҙгелен япҡанда аншлаг булды. «Юбилей экспресы» бай эстәлекле программа Ҙур зал сәхнәһендә бөтә коллективтарҙы һәм алдынғы солистарҙы, залда филармония ветерандарын, ижади йәмәғәтселекте һәм музыка һөйөүселәрҙе йыйҙы. Концерт ҡарарға Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов та тормош иптәше менән килде.
Байрам өйөрмәһе тамашасыларҙы фойела уҡ йәлеп итте, унда джаз ритмдары аҫтында уларҙы терелгән скульптуралар һәм шоколад фонтаны ҡаршы алды.
Концерттың тәүге минуттарынан алып бөтә тамашасылар ваҡытта сәйәхәт итеү атмосфераһына инеп китте. Хәҙерге артистар үҙҙәренән элек эшләгән коллегалары менән музыкаль диалог алып барҙы.
Виртуаль поездың беренсе туҡталышы «Башланғыс» станцияһы булды, ул 1939 йылда ойошторолған концерт ойошмаһы репертуарының нигеҙен төҙөгән халыҡ йырҙарын тәҡдим итте.
Хәҙер Фәйзи Ғәскәров исемен ғорур йөрөткән Башҡорт бейеү ансамбленең филармонияла барлыҡҡа килеүе һәм тәүге аҙымдары тураһында Бейеү станцияһы һөйләне.
Ретро станцияһы тыңлаусыларҙы ХХ быуат уртаһына алып китте – экранда тамашасылар Фәриҙә Ҡудашева, Сөләймән Абдуллин, Радик Гәрәев, Илфак Смаков һәм хәҙер инде яҡты донъянан киткән артистарҙың яҙыуҙары менән кадрҙар күрҙе.
Хор станцияһы хәтерҙә Хор капеллаһына нигеҙ һалыусы Таһир Сәйфуллинды, Джаз станцияһы легендар «Дуҫтар» ансамблен һәм Эстрада-джаз оркестрын иҫкә төшөрҙө. «Ҡарауанһарай» станцияһы тағы ла бер мөһим этапты – фольклор-эстрада төркөмөн ойоштороуҙы билдәләне.
Халыҡ станцияһы филармонияның тағы ла күренекле коллективы – Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрына арналды.
Виртуаль сәйәхәт, уның исемен филармония йөрөткән, композитор һәм йәмәғәт эшмәкәре Хөсәйен Әхмәтовҡа арналған «Маэстро» станцияһы туҡталышы менән тамамланды. «Гүзәл Өфөм – баш ҡалам» йырына бөтә зал ҡушылды.
Үҙҙәренең тәьҫораттары менән филармония ветерандары уртаҡлашты.
- Филармонияның һәр юбилейы беҙҙең өсөн байрам, ваҡиға. Бейеү ансамбленды 1955 йылдан алып эшләнем, минең стаж 58 йыл, – тип һөйләне Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Мансур Тимерғәзиев. – Күп кенә йырсылар, композиторҙар, режиссерҙар менән бергә эшләнек, ансамбль менән бөтә донъяны урап сыҡтыҡ, беҙҙең халыҡ бейеүҙәрен төрлө илдәрҙә пропагандаланыҡ. Хәҙер артистар өсөн бөтә шарттар булдырылған, минең берҙән-бер теләк – фольклорыбыҙҙы һаҡлаһындар һәм ҡыҙыҡлы программалар, фестивалдәр ойошторһондар.
- Был йылдар эсендә филармония үҙгәрҙе, әммә ижади тонус шундай уҡ ҡалған, сөнки бында музыканы һөйгән кешеләр килә. Ваҡыт нисек кенә үҙгәрмәһен, сәнғәткә бирелгән кешеләр күп. Беҙ энтузиастар! – тип билдәләне республиканың атҡаҙанған артисы, пианист Елена Мороз.
Концерттың икенсе бүлеге тамашасыларҙы, яратҡан артистары менән осрашыу шатлығы бүләк итеп, хәҙерге заманға алып ҡайтты.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика