Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.17
+0.04
90.4
-0.27
66.47
+1.13
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Май 2014, 13:24

Өфө амфитеатрында 4 июндә «Oреn air-2014» үтәсәк

Олег Яровиков
Олег Яровиков
2014 йылдың 4 июнендә Өфө амфитеатрында (Конгресс-холл артындағы майҙанда) Башҡортостан сәнғәт оҫталарының һәм республика Йәштәр симфоник оркестрының ореп air форматында «Симфоник төн» концерты уҙасаҡ. Ул Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда барған Мәҙәниәт йылына арнала.
Концертта билдәле йәш музыканттар, З.Исмәғилов исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары һәм уны тамамлаған, хәҙер республиканың, Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең алдынғы мәҙәниәт һәм сәнғәт учрежденияларында эшләүселәр ҡатнашасаҡ.
Улар араһында – халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаттары: йырсылар Артур Кәйепҡолов (Ҡаҙағстан), Гөлнара Вәлиева, Иҙел Аралбаев, Диляра Иҙрисова, Е.Светланов исемендәге Рәсәй дәүләт академия симфоник оркестры солистары, скрипкасылар Айһылыу Сәйфуллина һәм Александр Маломожнов (Мәскәү), пианинола уйнаусылар Шәүрә Сәғитова һәм Элина Арцибашева (Мәскәү), виолончелсе Рөстәм Хәмиҙуллин һәм Аяз Нухов, флейтасылар Инна Фоменко һәм Андрей Позяк, аккордеонсы Екатерина Герасимова, кларнетта уйнаусы Руслан Вәлиев, ҡурайсы Марсель Вәхитов.
Дирижер пульты артында – Өфө дәүләт сәнғәт академияһы ассистенты-стажеры, Александрия ҡалаһында (АҠШ) «Донъя кубогы» конкурсы лауреаты, Костромала бөтә Рәсәй дирижерҙар конкурсы дипломанты, «Рәсәйҙең йәш һәләттәре» федераль премия эйәһе Линар Дәүләтбаев.
Концертта классик һәм заманса музыка – П.Чайковский, В.А.Моцарт, Ф.Лист, И.Брамс, Дж.Верди, Г.Свиридов, А.Пьяццолл, З.Исмәғилов, М.Әхмәтов, И.Хисаметдиновтың популяр әҫәрҙәре, шулай уҡ халыҡ йырҙары яңғыраясаҡ. Башлана киске сәғәт һигеҙҙә.
Ижади проект – ореn air форматындағы концерт 2014 йыл өсөн Башҡортостан Республикаһы Президентының 15 миллион һумлыҡ грантына лайыҡ. Грант сиктәрендә яңы йәштәр коллективы өсөн музыка ҡоралдары алыу планлаштырылған.
Башҡортостандың Йәштәр симфоник оркестры 2013 йылда Өфө дәүләт сәнғәт академияһы нигеҙендә ойошторолған. Был ваҡыт эсендә оркестр репертуар эшләгән, бер нисә концерт программаһы әҙерләгән. Коллектив гастролдәр менән Ырымбур, Сибай, Октябрьский һәм Магниторгоскиҙа булды.
Oреn air (асыҡ һауала) концерттар Европа илдәрендә һәм Рәсәйҙә киң таралған. 2013 йылда Өфөлә Конгресс-холл артындағы майҙанда беренсе тапҡыр музыка сәнғәте йондоҙҙары һәм Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры ҡатнашлығында масштаблы ореn air үтте. Шунан алып майҙансыҡҡа «Өфө амфитеатры» исеме беркетелде.
Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: