13:00 (UTC+5), 07 Мая 2014

БР Милли музейы «Ҡырым Бөйөк Ватан һуғышы утында» күргәҙмәһен тәҡдим итә

Ләйлә Аралбаева
8 майҙа Башҡортостан Республикаһының Милли музейында ике тематик күргәҙмә асыла.
Уларҙың береһе Советтар союзы Геройы генерал-майоры Таһир Күсимовҡа арналған.
2014 йылдың 14 февралендә уның тыуыуына 105 йыл тулды. Шуның менән бәйле музей фондтарында һаҡланған Таһир Күсимовтың шәхси фотоларына нигеҙләнгән фотокүргәҙмә асыла. Улар аша легендар башҡорт генералының хәрби мәктәптән алып Башҡорт АССР-ның хәрби комиссариаты менән етәкселек иткәнгә тиклем тормош юлын күҙәтергә була. Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында полк командиры сифатында төшкән кадрҙар айырым темаға бүленгән.
Икенсе күргәҙмә «Ҡырым Бөйөк Ватан һуғышы утында» тип атала. 12 майҙа немец-фашист илбаҫарҙарын Ҡырымдан тулыһынса ҡыуыуға 70 йыл тула. Украинаны азат итеүҙә байтаҡ яҡташтарыбыҙ ҡатнаша. Уларҙың күптәре Советтар Союзы Геройҙары.
Күргәҙмә бер нисә бүлектән тора. Беренсеһе 1941-42 йылдарҙағы Ҡырым кампанияһына, ярымутрауҙың героик оборонаһына һәм Ҡырым һөжүм итеү операцияһына арналған.
Айырым стендтар хәрби часть тураһында материалдарға бүленгән, уларҙы Башҡортостан халҡы йыйған, әҙерләгән. 87-се гвардия Перекоп уҡсылар дивизияһы ярымутрауҙы азат итеүҙә ҡатнаша.
Шулай уҡ айырым планшет менән Башҡортостандан Советтар Союзы Геройҙары: пехотасы Иван Брежнев, летчиктар Петр Комлев һәм Мәғүбә Сыртланованың 1944 йылда һөжүм итеү операцияһында ҡатнашыуҙары күрһәтелгән. Тема буйынса фотолар, карталар һәм һуғышты алып барыу схемалары ҡуйылған.
БР Милли музейы Совет урамы, 14 адресы буйынса урынлашҡан. Телефондар: (347) 272-12-50, 273-50-27.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика