12:34 (UTC+5), 29 Апреля 2014

Июндә Ҡырымдың Белогорск районында Башҡортостан менән уртаҡ һабантуй үтәсәк

Ләйлә Аралбаева
«Башинформ» агентлығында матбуғат конференцияһы барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа Башҡортостанға ниңә Ҡырым Республикаһының тап Белогорск районын беркетеүҙәре тураһында һорау бирҙеләр.
- Әлбиттә, Ҡырымдың райондарын көслө төбәктәр, йәки көслө етәкселәр эшләгән төбәктәргә беркеттеләр. Быны һеҙ үҙегеҙ кемдең кемгә беркетеү исемлеген ҡарап баһалай алаһығыҙ. Был өлөштә процедураның нисек ойошторолоуын белмәйем. Беҙгә фаразлауҙар буйынса эшләй алырлыҡ ике йәки өс районды атанылар. Һуңғы һөҙөмтәлә Белогорск районы Башҡортостан уның кураторы булһын өсөн көрәштә еңде.
- Һис шикһеҙ, ул аграр район, тышҡы ҡиәфәте буйынса беҙҙең Башҡортостанға оҡшаш – далалы, таулы өлөшө бар, беҙҙәге кеүек яҡшы үҫешкән ауыл хужалығы тармаҡтары бар, — тип аңлатты республика Президенты.
- Район халҡының 35 проценты – ҡырым татарҙары, ул 21 йәки 22 мең кеше тиерлек. Ҡырымда бөгөнгө көнгә килеп тыуған хәлде тулыһынса ҡабул итеү өлөшөндә ҡырым-татар халҡының билдәле бер мәсьәләләре булғанлығын беләһегеҙ. Әммә мин был мәсьәләне үҙемдә тойманым. Район мәжлесе етәкселәре, ҡырым-татар халҡы вәкилдәре менән аралаштым – тулыһынса яҡшы, изгелекле, аңлайышлы әңгәмә.
- Июндә Белогорск районында һабантуй үткәрергә килештек, — тип һөйләне Рөстәм Хәмитов. — Ул ябай буласаҡ, ниндәйҙер фантастик булмаясаҡ – улай булыуы мөмкин дә түгел, сөнки уларҙа ла, беҙҙә лә ресурстар юҡ. Ҡырым Республикаһына беҙҙең коллективтар – художество үҙешмәкәр, профессиональ коллективтар барасаҡ. Концерттар, мөрәжәғәттәр буласаҡ, беҙҙең ижади союздар, йәмәғәт ойошмалары кимәлендә рәсми булмаған бәйләнештәр ойоштороласаҡ. Был ҙур эш, күп йылдарға эш.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика