15:57 (UTC+5), 21 Апрель 2014

«Дөйөм диктант-2014» акцияһында 40-тан ашыу өфөлө отличник булды

Гөлфиә Акулова
Быйыл «Дөйөм диктант» халыҡ-ара акцияһында 1031 өфөлө ҡатнашты. Өфөлә «Дөйөм диктант» ойоштороусыһы Наталья Панчишина әйтеүе буйынса, 41 эш «бишле» билдәһенә баһаланды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр ни бары бер отличник булғайны.
Акцияның ойоштороусылары билдәләүенсә, ҡатнашыусылар йышыраҡ «гармошка», «перрон», «семафор», «палисадник» һәм «расхристанный» һүҙҙәрендә хата яһаған. Был һүҙҙәр рус теле ҡағиҙәләрен белмәү менән генә түгел, ә улар ҡулланылған ысынбарлыҡ менән бәйле.
Акцияның иң бәләкәй ҡатнашыусыһы ете йәшлек беренсе синыф уҡыусыһы, ә иң өлкәне 84 йәшлек пенсионер. Шулай уҡ Өфөлә Алексей Ивановтың Поезд Чусовская — Тагил» тексын, рус теленә әҙерлек төркөмөндә уҡыусы, Ҡытайҙан 25, Бангладештан бер студент яҙҙы.
Башҡортостандың баш ҡалаһы белемлелекте тикшереүҙә өсөнсө тапҡыр ҡатнашты. Өфөнән тыш быйыл акцияға биш ҡала һәм бер ауыл биләмәһе ҡушылды. Салауатта 170 эштән 23 «бишкә», 41 - «дүрткә» яҙылған. Сибайҙа диктант яҙырға 60 кеше килгән, уларҙан берәүһе «бишле» алған. Ҡатнашыусылар үҙ эштәренең һөҙөмтәләрен «Дөйөм диктант» сайтында ҡарай ала.
Өфөлә эштәрҙе һәм сертификаттарҙы 21, 22 һәм 24 апрелдә 19 сәғәттә Энтузиастар урамы, 8 адресы буйынса Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһынды тапшырасаҡтар. Өфө отличниктарын бүләкләү Киров урамы, 45 адресы буйынса ИТАР-ТАСС Конференция холында 23 апрелдә үтәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика