12:55 (UTC+5), 02 Апреля 2014

Баш ҡала уҡыусыларын «Мәҙәниәт йылы» конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Гөлфиә Акулова
Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы Өфөнөң 5, 6, 7 синыф уҡыусылары өсөн «Мәҙәниәт йылы» ижади эштәр конкурсы тураһында иғлан итте. Конкурс мәҙәниәт кимәлен арттырыу, интелектуал һәм ижади һәләттәрҙе ярыш формаһында үҫтереү һәм күрһәтеүҙә мөмкинлектәр биреү маҡсатында уҙғарыла. Бәйгелә ҡатнашыу өсөн А4 форматында йыйылмалы формала буклет әҙерләргә кәрәк. Эштә фотолар, һүрәттәр, шиғырҙар, кросвордтар ҡулланырға мөмкин, ул уҡыусының аң даирәһе киңлеген күрһәтергә тейеш. Конкурс эштәре Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 160 адресы буйынса ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: (347) 228-43-92. Иң йөкмәткеле һәм матур биҙәлгән проекттар 19 майҙа «Музейҙар төнө» акцияһы көнөндә конкурс комиссияһы тарафынан билдәләнәсәк һәм иғлан ителәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика