11:18 (UTC+5), 01 Апрель 2014

ЮНЕСКО «Башҡорт Уралы» биомөхит резерватын Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереүҙә хуплаясаҡ

Әлим Фәйезов
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы 27-28 мартта Парижда ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында булды.
БР ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты хәбәр итеүенсә, Лилиә Ғүмәрова ЮНЕСКО-ның тышҡы бәйләнештәр һәм йәмәғәт мәғлүмәте буйынса Генераль директоры урынбаҫары Эрик Фальт, Бөтә донъя мираҫы үҙәге директоры Кишор Рао һәм ойошма эксперттары менән осрашты. Яҡтар, 2013 йылдың 1-2 октябрендә ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында Башҡортостандың презентацияһы йомғаҡтары буйынса БР Президенты Рөстәм Хәмитов һәм ЮНЕСКО-ның Генераль директоры Ирина Бокова ҡул ҡуйған, ике яҡлы Коммюнике сиктәрендә сараларҙың бойомға ашырылыу барышын тикшерҙе.
Республика Президенты саҡырыуы буйынса Ирина Бокованың мәҙәни мираҫ объекттарына һәм Башҡортостандың белем биреү учреждениеларына сәфәрен ойоштороу мәсьәләләре ҡуҙғатылды.
Лилиә Ғүмәрованың Бөтә донъя мираҫы үҙәге директоры Кишор Рао, шулай уҡ ЮНЕСКО эксперттары менән осрашыуы барышында яҡтар башҡорт номинацияһын – «Башҡорт Уралы» биомөхит резерватын, Рәсәй ғалимдары тарафынан һайлап алынған һәм өйрәнелгән мәҙәни һәм тәбиғи критерийҙар нигеҙендә, Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереүҙә – әҙерләүҙе тығыҙ бәйләнештә дауам итергә килеште. Кишор Рао Рәсәй яғынан мөрәжәғәт булған осраҡта, ЮНЕСКО-ға кәңәш итәсәге һәм, урында башҡорт объекты потенциалын баһалауҙа һәм Рәсәй белгестәренә номинация досьеһы өсөн яраҡлы материалдар әҙерләүҙә консультация бирә алырлыҡ, Бөтә донъя мираҫы комитетының консультатив органдарынан техник белгестәр йәлеп итеүҙә булышлыҡ итәсәген раҫланы.
Шуның менән бергә РАО әфәнде, июлдә эксперт комиссияһы менән Башҡортостанға килеүгә саҡырыу алған, юғары дәрәжәле белгестәр төркөмө менән үҙ-ара эш итеүҙе дауам итергә кәңәш итте. Уның фекеренсә, уларҙың объект менән танышыуы һәм уның хуплауы Башҡортостандың тәбиғи-мәҙәни ҡомартҡыһын артабан да алға ебәреү этабында мөһим роль уйнауы ихтимал.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика