16:46 (UTC+5), 01 Апреля 2014

Мәскәүҙә Марсель Сәлимовтың ижад кисәһе үтте

Көлкө көнө алдынан Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең конференция залында күренекле башҡорт яҙыусыһы-сатирасы, шағир-юморист Марсель Сәлимовтың Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә йәшәүсе яҡташтары менән осрашыуы уҙҙы.
- Марсель Шәйнур улын айырыуса таныштырырға кәрәкмәй, уны Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә яҡшы беләләр. Үҙенең сатира әҫәрҙәрендә ул йәмғиәттә дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек өсөн беҙгә алға барырға, ҡыйыу алышырға ҡамасаулаған етешһеҙлектәрҙе аяуһыҙ тәнҡитләй, — тине, осрашыуҙы асып, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиле – БР Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Артур Шәйнуров.
Залда ултырыусы билдәле яҙыусылар Йәмил Мостафин, Илгиз Кәримов, академик Тельман Әминев һәм башҡа күренекле яҡташтар, шулай уҡ баш ҡала ҡунаҡтары - Рәсәй Журналистар союзының Мәскәү бүлексәһе идара рәйесе Леонид Речицкий, Рус фәндәр һәм сәнғәт академияһы президенты Виктор Никеров, РФ атҡаҙанған рәссамы Владимир Галатенко, «Роман-газета» журналының яуаплы мөхәррире Елена Русакова Марсель Сәлимовтың ижади һәм йәмәғәт эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Марсель Сәлимов үҙе кисә буйына йәштәр менән дә, ветерандар менән дә ихлас һөйләшеү алып барҙы, Башҡортостандың мәҙәни донъя яңылыҡтары тураһында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе, үҙенең шиғырҙарын һәм юморескаларын уҡыны, автографтар таратты. Кисә аҙағында яҡташтар Марсель Сәлимовтың – Башҡортостан Республикаһының элекке мәҙәниәт министры, хәҙер Техник-иҡтисади тикшеренеүҙәр ғилми-тикшеренеү институты генераль директоры Салауат Әминевтан бүләк – Мәскәүҙә сыҡҡан яңы китабын алды.
- Мин бик ныҡ Мәскәү яҡташтарын яратам. Мәскәү башҡорттары, ә дөрөҫөрәге, Башҡортостан мәскәүлеләре – йомшаҡ күңелле, алсаҡ, илгеҙәк кешеләр. Улар юморҙы ла ярата, сатираны ла аңлай, — тип һөйләне Марсель Сәлимов.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы ҡулланыусыларын Халыҡ-ара Көлкө көнө менән ҡотлап, юморист өфөлөләрҙе 2 апрелдә Үҙәк ҡала китапханаһында (Өфө, Комсомол урамы, 138) уҙасаҡ көлкө оҫталары ҡатнашлығында «Бергәләп көләйек!» күңелле кисәгә саҡыра.
Кисә 16 сәғәттә башлана. Инеү ирекле.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика