07:36 (UTC+5), 31 Марта 2014

Марсель Сәлимов «Алтын ҡаурый» һәм «Мәғарифҡа өлөш индергәне өсөн» ордены менән бүләкләнде

Мәүлиҙә Яҡупова,Алик Шакиров
Халыҡ-ара Көлкө көнө алдынан күренекле башҡорт яҙыусыһы-сатирасы, шағир-юморист һәм журналист Марсель Сәлимов Мәскәүгә үткән әҙәби йылға йомғаҡтар яһау тантанаһына саҡырылды. Беҙҙең яҡташ һәм коллегабыҙ Рәсәй Яҙыусылар союзының Мәскәү ҡала ойошмаһы «Әҙәбиәт республикаһы» – әҙәбиәт һәм мәҙәниәт өлкәһендә яңы коммуникуацион технологиялар ярҙамында эшмәкәрлек алып барған әҙәбиәтселәр, нәшриәтселәр, полиграфсылар, китап һатыу берләшмәләренең коммерцияһы булмаған партнерлыҡ – менән берлектә ойошторолған конкурста еңеүсе булып сыҡты. Награданы - «Алтын ҡаурый» статуэткаһын – шағир-сатирикка Әҙәбиәтселәрҙең үҙәк йортонда Рәсәй Яҙыусылар союзының Мәскәү ҡала ойошмаһы идара рәйесе, күренекле рус шағиры Владимир Бояринов тапшырҙы.
Марсель Сәлимовтың, һуңғы йылдарҙа яҙылған, киҫкен публицистик һәм сатира шиғырҙары «Рәсәйҙең әҙәби байлығы 2013», «Рәсәйҙең иң яҡшы шағирҙары һәм яҙыусылары 2013», «Минең Ватан», «Че-пу-ха», «Цветаева усаҡтары» Мәскәү йыйынтыҡтарында баҫылған. Уның ижады тураһында мәҡәләләр «Яҙыусылар союздарының Халыҡ-ара берләшмәһе хәбәрҙәре»ндә, «Журналист», «Журналистика һәм медиабаҙар» журналдарында баҫылған.
«Әҙәбиәт республикаһы» коммерцияһы булмаған партнерлыҡ тәҡдиме буйынса Рәсәй геральдик палатаһы Марсель Сәлимовты «Мәғарифҡа өлөш индергәне өсөн» ордены менән бүләкләне.
Коллегабыҙҙы яңы ижади еңеүе һәм уның иртәгәге һөнәри байрамы – Көлкө көнө – менән ҡотлайбыҙ.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика