12:42 (UTC+5), 24 Марта 2014

Башҡортостан делегацияһы Мәскәүҙә Мәҙәниәт йылын тантаналы асыуҙа ҡатнашасаҡ

Гөлфиә Акулова
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөндә, 24 мартта, бөтә Рәсәйҙән сәнғәт эшмәкәрҙәре Мәскәүҙә Мәҙәниәт йылын рәсми асыуға йыйыласаҡ. Тантанаға һәр субъекттан 10 кеше иҫәбендә делегат саҡырылған. БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат секретары Ләйлә Ишморатова хәбәр итеүенсә, байрамда шулай уҡ Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашасаҡ. Делегация составында – БР билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре: Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Азат Айытҡолов, РФ һәм БР халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева, БР һәм РФ атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нур Дауытов, фоторәссам Рәмил Килмәмәтов, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Леонора Ҡыуатова, БР халыҡ артисы Александр Федеряев, кинорежиссер Булат Йосопов, Нефтекама ҡала китапханаһы директоры Франц Ян.
Төбәктәрҙән вәкилдәр өсөн Рәсәйҙең баш ҡалаһы буйлап экскурсия ойоштороласаҡ, ә Мәҙәниәт йылын асыу тантанаһы Ҙур театрҙа үтәсәк. Шулай уҡ сара сиктәрендә Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең Бөтә Рәсәй форумы, тармаҡ конференциялары һәм Мәҙәниәт буйынса координация советы ултырышы уҙасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика