06:41 (UTC+5), 19 Марта 2014

«Китап» нәшриәте республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарына «изгелек һәм мәңгелекте сәсәсәк»

Әлим Фәйезов
Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» Башҡорт нәшриәтендә республиканың төрлө райондарында киңәйтелгән күсмә күргәҙмә-һатыу ойоштороу йолаға әүерелә. Быйыл мартта «Китаптың» сираттағы автоярышы Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондары буйлап старт ала. Сара Мәҙәниәт йылына арналған. Республика халҡының уҡыу әүҙемлеген арттырыуға саҡырылған, традицион акция барышында китап продукцияларының күргәҙмә-сауҙаһы ойоштороласаҡ.
Был төбәк халҡына нәшриәт төрлө-төрлө, ҡыҙыҡлы, ә иң мөһиме, кәрәкле әҙәбиәт тәҡдим итәсәк. Ул уҡытыу-методик әсбаптар, Башҡортостандың билдәле яҙыусылары һәм шағирҙарының әҫәрҙәр йыйынтығы, балалар китаптары, белешмәләр, һүрәтле фото альбомдары, шулай уҡ мосолман, йыртмалы, мәктәп календарҙары. Һатып алыусыларҙы Рим Әхмәтовтың «Книга откровений. По следам «Одолень-травы», «Рисунки и знаки пещеры Шульганташ (Каповой)» альбом-каталогы кеүек, яңы китаптар ҡыуандырасаҡ.
«Китаптан» хәбәр итеүҙәренсә, 24 мартта китап продукцияһының киңәйтелгән күргәҙмә-сауҙаһы Салауат районының Малаяҙ ауылында Район мәҙәниәт йорто фойеһында ойоштороласаҡ, 25 мартта — Дыуан районының Мәсәғүт ауылында Район мәҙәниәт йорто фойеһында, 26 мартта — Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында Район мәҙәниәт йорто фойеһында, 27 мартта — Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында Район мәҙәниәт йорто фойеһында, 28 мартта — Балаҡатай районының Яңы Балаҡатай ауылында Район мәҙәниәт йорто фойеһында.
Күргәҙмә-һатыуҙар үткәреү урыны һәм ваҡыты тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте теләүселәр урындағы район гәзиттәрендә белә ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика