Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Март 2014, 20:03

Өфөлә Бөтә донъя шиғриәт көнөндә «Шағирҙар шоколадта» акцияһы уҙасаҡ

21 март – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Өсөнсө йыл баш ҡаланың Үҙәкләштерелгән күмәк китапханалар системаһы «Шағирҙар шоколадта» акцияһын ойоштора. Үҙәк ҡала китапханаһының нәшриәт-мөхәрририәт бүлеге мөдире Наталья Ольховская әйтеүенсә, быйыл шиғриәт байрамы Михаил Лермонтовтың 200 йыллыҡ юбилейы эгидаһы аҫтында үтә.
Акцияны үткәреү ваҡыты: бер үк ваҡытта ҡаланың 10 майҙансығында 14 сәғәттән алып 17-гә тиклем. Яҙғы байрамдың маҡсаты – заманса мегаполис халҡын шиғри сәнғәткә ылыҡтырыу. Элеккесә шиғриәт һөйөүселәрҙе шоколадлы бүләктәр, китаптар һәм ҡыуыҡтар көтә.
Акция Өфөнөң «Мир», «Семья», «Иремель», «Сипайловский» сауҙа-күңел асыу комплекстарында, баш ҡала урамдарында – Пушкин – Ғафури мөйөшө; Ухтомский –13-сө һәм 35-се китапханалары алдында; Ферина,14; Гвардия – «Янғын депоһы» туҡталышына тиклем; Әхмәтов – Йылға училищеһы районы; Ульянов – Калинин, 11, мөйөшөндә уҙасаҡ.
Автор: Эльмира Сабирова
Читайте нас