07:21 (UTC+5), 17 Марта 2014

Башҡорт опера һәм балет театры дирижеры Раушан Яҡупов: «Балалар альбомының» өсөнсө бүлеге визуаль буласаҡ»

Гөлфиә Акулова
Республикала «Балалар альбомы» хәйриә проекты үҙенең белем биреү эшен дауам итә, ул йәш тыңлаусыларҙы төрлө заман, жанр һәм стилдәрҙең классик музыкаһы менән таныштыра һәм балаларҙа сәнғәткә тәм һәм һөйөү тәрбиәләү маҡсаты ҡуя. «Мәрхәмәт» хәйриә белем биреү фонды президенты Айгөл Ғәрәева хәбәр итеүенсә, яҡын ваҡытта концерт Салауатта уҙасаҡ, унда артистар тәү сиратта музыкаль циклдың беренсе бүлеген ҡабатлаясаҡ – Сергей Прокофьев һәм Петр Чайковский әҫәрҙәре: «Петя һәм бүре» һәм «Щелкунчик» симфоник әкиәттәре яңғырасяаҡ. Тасуири уҡыусы ролендә Михаил Рабинович сығыш яһаясаҡ.
Проекттың икенсе бүлегендә 17 мартта «Поп һәм уның хеҙмәткәре Балда тураһында әкиәт»те һәм «Алтын әтәс тураһында әкиәт»те билдәле артист Владимир Васильев уҡыясаҡ. Композиторҙар Дмитрий Шостакович һәм Николай Римский-Корсаков музыкаларын шулай уҡ Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры оркестры башҡарасаҡ.
- Композитор «Балалар альбомы»ның өсөнсө өлөшөндә Петр Чайковскийҙың «Фортепиано өсөн 24 пьеса» махсус заказын оркестрға һаласаҡ, — тип һөйләй дирижер Раушан Яҡупов.
Концерт программаһында Сен Санстың «Хайуандар карнавалы» һәм Поль Абрахам Дюканың «Тылсымсы уҡыусыһы» классик әҫәрҙәре буласаҡ. Бында баҫым визуалләштереүгә яһаласаҡ, һәм музыка ҡом анимацияһының проекцияһы фонында яңғыраясаҡ.
- Музыка менән шөғөлләнеүсе балаларҙың күҙаллауҙары эшләй башлауын, тыңлауҙан сығып күҙ алдына образдар килеп тыуыуын теләйбеҙ, — тип билдәләне Раушан Әхмәт улы. Альбомдың өсөн бүлеге майҙа үтәсәк.
- һәр ике ай һайын берешәр бүлек сығарырға планлаштырабыҙ, беҙҙең проект кәм тигендә тағы ла ике йыл бойомға ашырыласаҡ, — тип аңлатты Айгөл Ғәрәева, — оҙаҡламай башҡорт телендә постановка Сибайҙа планлаштырыла.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, хәйриә концерттары бушлай үтә, уларға музыкаль һәләтле балалар, мәктәп-интернаттарҙан, музыка мәктәптәренән балалар, уңышһыҙ ғаиләләрҙән балалар, мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар һәм малайҙар саҡырыла.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика