07:30 (UTC+5), 07 Март 2014

Ейәнсуралар «Райондың мәҙәни баш ҡалаһы» марафонын ойошторҙо

Алик Шакиров
Ейәнсура районында ауыл биләмәләре араһында «Райондың мәҙәни баш ҡалаһы» район марафонына старт бирҙеләр, уны Мәҙәниәт йылына арнанылар. Марафонда мәҙәниәтте пропагандалау буйынса саралар комплексын үткәрергә тейеш бөтә ауыл биләмәләре ҡатнаша. Бында сиволды - «Ҡорама-панно»; ауыл биләмәһенең мәҙәниәт һәм сәнғәт кешеләренә арналған альбомды ҡулдан-ҡулға тапшырыу; биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһен һәм конкурслы мәҙәни саралар ойоштороу инә.
Ошо көндәрҙә Һүрән ауыл советында марафондың тантаналы асылыуы уҙҙы. Ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар Күгәрсен ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбендә, «Гөлбаҡса» балалар баҡсаһында булды, улар унда музей, ҡул эштәренең күргәҙмәһе, уҡыусыларҙың һәм тәрбиәләнеүселәрҙең ижады менән танышты. Ауыл Мәҙәниәт йортоноң фойеһында ойошторолған, күргәҙмәлә эштәрҙең төрлөлөгө һәм сағыу биҙәлеше күҙҙең яуын алып торҙо. Бында бәйләү оҫталарының, халыҡ һөнәрселәренең эштәрен, үҙешмәкәр рәссамдарҙың һүрәттәрен, милли ашамлыҡтарҙы, шәхси эшҡыуарҙарҙың продукцияларын күрергә була ине. Художество үҙешмәкәр ҡатнашыусылар концерт программаһы менән сығыш яһаны.
Тантаналы асыуға районы хакимиәте, ауыл биләмәһе вәкилдәре, мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре саҡырылғайны.
Киләһе марафонды Байдәүләт ауыл биләмәһе ҡабул итәсәк, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика