09:22 (UTC+5), 05 Марта 2014

Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы тураһында нәфис фильм төшөрәсәктәр

Лиана Хәммәтова
Өфө кинематографистары Бөйөк Ватан һуғышы тураһында нәфис фильм төшөрөргә планлаштыралар. Авторҙарҙың идеяһы буйынса фильмдың нигеҙенә Волга буйы һәм Уралдың әсиргә алынған татар, башҡорт, урыҫ һәм башҡа халыҡтарҙан вермахт легиондарының береһендә формалашҡан 825-се батальон — «Idel-Ural» — тарихы һалынасаҡ.
- 825-се батальон «феномены» - Бөйөк Ватан һуғышы тарихында иң ҡаршылыҡлы биттәрҙең береһе, — тип һөйләй проекттың авторы, кинорежиссер Айсыуаҡ Йомағолов. — Уға иғтибар бирмәҫкә хоҡуғыбыҙ юҡ.
Фильмды төшөрөү ғәйәт ҙур дата – Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан планлаштырылған. Әлеге ваҡытта кинематографистар проектты финанслауға сығанаҡтар эҙләй.
- Был һуғыш драмаһы, тарихи кино, бындай проекттар өсөн ярашлы ҡеүәттәр кәрәк, — ти Айсыуаҡ Йомағолов. — Дәүләт ярҙамы кәрәк, унһыҙ булмай. Республика Президенты булышлығына өмөтләнәбеҙ. Грантҡа икенсе тапҡыр заявка бирҙек.
Айсыуаҡ Йомағолов әйтеүенсә, проект әхлаҡи ярҙам алды. Уны Станислав Говорухин, Никита Михалков, Карен Шахназаров хупланы.
Тулыраҡ «Электрон гәзиттә» уҡығыҙ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика