Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Март 2014, 17:24

Рөстәм Хәмитов БР Мәҙәниәт министрлығының коллегияһында сығыш яһаны

Республиканың Мәҙәниәт министрлығы шишәмбе коллегияның киңәйтелгән ултырышында 2013 йылға мәҙәниәт органдары һәм учреждениелары эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Коллегияның эшендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
Төбәк башлығы, былтыр мәҙәниәткә сығымдар федераль бюджеттан ике миллиардтан 6,8 миллиард һумға тиклем артты, ә 2014 йылда тармаҡты финанслауға 6 миллиард һумдан ашыу йүнәлтеләсәк, тип билдәләне. Рөстәм Хәмитов ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп Мәҙәниәт йылы тип аталған ошо йылда бергәләп уңышлы эшләргә саҡырҙы.
- Мин һеҙҙе үҙ эшегеҙҙе үҙләштерелгән средстволарҙың күләме буйынса ла түгел, уҙғарған фестивалдәр, концерттар иҫәбе буйынса ла түгел, ә төп маҡсаттарға - йәмәғәт тормошонда мәҙәниәт ролен арттырыу, әхлаҡи һаулыҡты нығытыу, ғәмһеҙлеккә, рухһыҙлыҡҡа, әҙәпһеҙ тәртипкә, башҡа милләттәрҙе хөрмәтләмәүгә ҡаршы көрәшеүҙе күпме уңышлы хәл итеүҙе баһаларға саҡырам, — тине республика башлығы.
Рөстәм Хәмитов, киләсәктә эшләргә кәрәк буласаҡ, тармаҡтың өҫтөнлөклө бурыстарын атаны. Ул мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең абруйын арттырыу ҙа, лайыҡлы эш хаҡы ла, торлаҡ менән тәьмин итеү ҙә. Миҫалға, тармаҡта уртаса эш хаҡы былтырғы йыл менән сағыштырмаса 5-6 мең һумдан алып 14 меңгә тиклем артты.
- 2018 йылға беҙ был һандарҙы республика буйынса уртаса эш хаҡы күләменә еткерергә планлаштырабыҙ, — тине Президент.
Торлаҡ менән тәьмин итеү – был өлкә хеҙмәткәрҙәренең тағы ла бер бик мөһим проблемаһы. Төбәк башлығы муниципаль органдарҙы бының өсөн үҙҙәрендә ресурс эҙләүҙәрен, арзан хаҡҡа торлаҡ алыу мөмкинлегенә йүнәлтелгән комплекслы программалар булдырыуҙарын һораны.
Бөтә дөйөм мәғлүмәтләштереү шарттарында Рөстәм Хәмитов мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен был йүнәлештә заманса эш алымдарына иғтибар итеүҙәрен һораны һәм тармаҡты мәғлүмәтләштереү программаһын әҙерләргә саҡырҙы. Шулай уҡ республика башлығы китапханаларҙа китаптарҙы цифрлау, электрон коллекцияларҙы Башҡортостан авторҙарының әҫәрҙәре менән тулыландырыу буйынса эшкә айырым иғтибар итте. Музейҙар буйлап булдырылған виртуаль экскурсияларҙа башҡорт һәм сит телдәрҙә комментарийҙар етмәй, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
- Беҙ Башҡортостан һәм мәҙәниәтебеҙ тураһында мәғлүмәттәрҙе әүҙем бирергә тейешбеҙ, — тип өҫтәне төбәк башлығы, — Донъя мәҙәниәте киңлегендә республикабыҙҙы күрһәтә белергә, яңы жанрҙар һәм уны тапшырыу алымдарын эҙләргә тейешбеҙ.
Башҡортостан Президенты мәҙәниәт берләшмәһен ауыл клубтарында эште әүҙемләштерергә, республиканың танылған халыҡ коллективтарын һаҡларға һәм уларға булышлыҡ итергә, үҫешеү өсөн ижади йәштәргә мөмкинлектәр бирергә саҡырҙы.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ билдәп, Мәҙәниәт министрлығы президент гранттары бүленә торған эштәргә һайлауҙы ҡәтғи алып барырға, һәм өҫтәп, уларҙы сәнғәттең сағыу өлгөләре генә алырға тейеш, тине.
- Башҡортостан – мәҙәни периферия түгел. Республикабыҙҙа мәҙәни донъя ҡайнауы һәм үҫешеүе мөһим, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.
Сара аҙағында Рөстәм Хәмитов мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Автор:Гөлфиә Акулова
Читайте нас: