11:57 (UTC+5), 04 Марта 2014

Башҡортостандың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре дәүләт наградалары алды

Гөлфиә Акулова
Республиканың Мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.
«Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» почетлы исеменә балет артисы Илдар Мәнәпов һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры йырсыһы Эльвира Фатихова лайыҡ булдылар. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» исемен театрҙың режиссеры Рөстәм Ғәлиев алды. Балет артистары Рөстәм Исхаҡовҡа, Олег Шәйбәковҡа һәм опера йырсыһы Әлим Ҡәйүмовҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» исеме бирелде. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының төп эшмәкәрлеге буйынса директор урынбаҫары Радик Сафин һәм Ейәнсура районы мәҙәниәт йортоноң ансамбль етәксеһе Йәмил Йәнбәков «Мәҙәниәттең атҡаҙанған хеҙмәткәре» исемен алдылар.
Наградлауҙан һуң уникаль сопрано эйәһе Эльвира Фатихова үҙенең тәьҫораттары һәм киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.
- Мин шатмын һәм бәхетлемен. Был наградаға 17 йылға яҡын килдем. Әммә был, әлбиттә, карьераның түбәһе түгел. Хәҙер сит илдә эшләйем. Оҙаҡ ваҡыт Анкарала Төркиәнең опера һәм балет театрында йырланым. Сентябргә тиклем минең сығыштарым Сиднейҙа, Австралияла яҙылған. Минең яҡын ваҡытта сығыштарым 29 мартта «Травиата»ла, шулай уҡ «Дон-Жуан»дың яңы ҡуйылышында, унда мин дебют яһаясаҡмын, — тип һөйләне халыҡ артисы.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика