12:31 (UTC+5), 24 Февраля 2014

Силәбе өлкәһендә Башҡортостан мәҙәниәте көндәрен киң байрам иттеләр

Арина Рәхимҡолова
Силәбе өлкәһенең Үрге Өфәлей ҡалаһында беренсе тапҡыр Башҡортостан мәҙәниәте көнө уҙҙы. Байрам ҡаланың крайҙы өйрәнеү музейында башланды, унда, курс эштәрен яҡлау формаһында әҙерләнгән, «Шәжәрә байрамы» үтте. Төрлө йәштәге дүрт ҡатнашыусы шәжәрә ағасын күрһәтте һәм ғаиләһенең тамырҙары тураһында һөйләне.
Тантана сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллинға һәм өлкәнең «Башҡорт ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Наил Шәйҙуллинға Үрге Өфәлей ҡала округы башлығы Павел Казаков почет грамоталары тапшырҙы. Байрамды ойоштороусы – ҡаланың билдәле йәмәғәт эшмәкәре, «Тамсылар», «Тамыр», «Ләйсән» башҡорт коллективтары етәксеһе, Силәбе өлкәһе йәмәғәт ойошмаһының Үрге Өфәлей бүлексәһе рәйесе Фәнүзә Зарипова. Шулай уҡ ҡала Йыйылышы депутаттары ярҙам күрһәтте. Байрамда Екатеринбургтан һәм Нязепетровскиҙан ҡунаҡтар ҡатнашты.
Тантананың икенсе өлөшө Ҡала мәҙәниәт һарайында үтте. «Тамсылар» балалар коллективы ҡатнашыусылары күренекле башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын уҡыны һәм йырҙар башҡарҙы. Бында уҡ башҡорт этнографияһы һәм халыҡтың көнкүреш әйберҙәре, милли аш-һыу күргәҙмәһе ойошторолғайны.
- Телде белеү кешене шәхес булараҡ билдәләй. Әгәр үҙеңдең телеңде юғалтһаң, тимәк, үҙеңдең намыҫыңды, абруйыңды, мәҙәниәтеңде юғалтаһың. Беҙ быға юл ҡуймаясаҡбыҙ, сөнки башҡорт теле – ул донъяла иң матурҙарҙың һәм күпҡырлыларҙың береһе. Тыуған телебеҙҙе һаҡларға һәм үҫтерергә, тарихыбыҙға тоғро булырға һәм уның сығанаҡтарына хөрмәт менән ҡарарға тейешбеҙ, — тип иҫәпләй Амур Хәбибуллин.
Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиллегенән рәхмәт хаттары һәм бүләктәр Үрге Өфәлей ҡала округының депутаттар Йыйылышы рәйесе урынбаҫары Елена Большаковаға, Силәбе өлкәһе йәмәғәт ойошмаһының Үрге Өфәлей бүлексәһе рәйесе Фәнүзә Зариповаға, Ҡоролтай активистарына һәм байрам ойоштороусыларына тапшырылды.
Тантананы Башҡорт дәүләт филармонияһының йәш артистары – бейеүсе Ильяс Ҡарабулатовтың, йырсы Тимур Рамазановтың, ҡурайсы Илнур Хибәтуллиндың сығыштары биҙәне.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика