04:32 (UTC+5), 21 Февраля 2014

Башҡортостандың Йәш журналистар мәктәбенә заявкалар ҡабул итеү башлана

Әлим Фәйезов
«БР Йәш журналистар мәктәбе» проектында ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул итеү башланасаҡ. Проект журналист булырға теләгән йәш кешеләрҙе берләштерәсәк, уларға журналистика нигеҙҙәре, оҫталыҡ серҙәре менән танышырға һәм профессиональ өлкәлә практик эшмәкәрлекте башларға мөмкинлек бирәсәк.
Программа эсенә билдәле медиа-менеджерҙарҙың, эшләп йөрөүсе журналистарҙың һәм республиканың дәүләт органдары матбуғат хеҙмәттәре етәкселәренең оҫталыҡ кластары һәм лекциялар инәсәк. Шулай уҡ гәзиттәр, журналдар, интернет баҫмалар, телевидение, радио редакцияларына экскурсия үткәреү планлаштырыла.
«Йәш журналистар мәктәбендә 50 кеше уҡытыу планлаштырыла. Шулай уҡ профилле булмаған һөнәр студенттары саҡырыла. Төп шарт – яҙыу теләге. Уҡытыу бушлай. Бөтә эштәр ҙә махсус сайтта, уларҙың иң яҡшылары – төбәктең киң мәғлүмәт сараларында баҫыласаҡ. Шуныһы мөһим, күп редакциялар тыңлаусыларҙы стажировкаға саҡырырға әҙер. Уҡытыу эш көндәрендә киске ваҡытта уҙғарыласаҡ», — тип һөйләне проект етәксеһе Елена Арямнова.
Проектта 17 йәштән алып 25-кә тиклем йәш кешеләр ҡатнаша ала. Мәктәптең төп шарты: бөтә уҡыуҙарға даими рәүештә йөрөү.
Беренсе белем блогы 2014 йылдың апреленән алып декабренә тиклем барасаҡ.
Анкетаны социаль селтәрҙә Йәш журналистар мәктәбе төркөмөндә табып була. Заявкалар 2014 йылдың 20 мартына тиклем tinesik@rambler.ru электрон адресы буйынса ебәрергә кәрәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, БР Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр палатаһы ағзаһы Елена Арямнованың проекты йәштәр эше буйынса Федераль агентлыҡ менән уҙғарылған бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсында еңеүсе булды. Конкурс икенсе йыл рәттән уҙғарылды, бөтәһе бергә 12500 ашыу заявка бирелгән, уларҙың 200 Башҡортостандан ебәрелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика