17:00 (UTC+5), 19 Февраль 2014

Төбәктең бәләкәй ҡалалары һәм ауылдары «Мәҙәни мозаика»-ла ҡатнаша ала

Алик Шакиров
«Бәләкәй ҡалаларҙың һәм ауылдарҙың мәҙәни мозаикаһы» проекттарының бөтә Рәсәй конкурсы старт алды. Конкурстың ойоштороусыһы булып Елена һәм Геннадий Тимченконың Хәйриә фонды сығыш яһай. Конкурс Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында уҙғарыла. Конкурстың операторы – «Мәҙәниәт менеджерҙары ассоциацияһы» (АМК).
Конкурстың маҡсаты – төрлөлөктө формалаштырыуға, урындағы һәм төбәктәге мәҙәниәт мөхитен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән, Рәсәйҙең бәләкәй ҡалаларында һәм ауылдарында мәҙәни башланғысҡа ярҙам итеү.
Конкурс барлыҡҡа килгән мәҙәниәт системаһын камиллаштырыуға һәм урындарҙа яңы мәҙәниәт инфраструктуралары элементтары барлыҡҡа килһен өсөн шарттар булдырыуға; мәҙәниәт өлкәһендә урындағы һәм профессиональ берләшмә лидерҙарын асыҡлауға һәм уларҙың башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыуға; төбәк һәм федераль мәҙәниәт учреждениелары һәм Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары һәм ауылдары араһында хеҙмәттәшлек һәм уҙаҡташлыҡ бәйләнештәрен үҫтереүгә; бәләкәй ҡалаларға һәм ауылдарға социаль-мәҙәни проекттар өлкәһендә иң яҡшы тәжрибәләрҙе трансляциялауға һәм тапшырыуға булышлыҡ итеүгә; бәләкәй ҡалаларҙың һәм ауылдарҙың мәҙәниәтен Рәсәйҙең мәҙәни ландшафтында мөһим һәм үҙенсәлекле итеп күрһәтеүгә йүнәлтелгән.
Конкурс өс номинация буйынса үтә: «Тормош киңлеге», «Йолалар һәм үҫештәр», «Мәҙәни поход».
Конкурстың дөйөм грант фонды — 50 000 000 һум.
Бөтә номинацияларҙа гранттарҙың суммаһы 150 000 алып 700 000 һумға тиклем үҙгәрә.
Заявкалар ҡабул итеү ваҡыты – 2014 йылдың 17 февраленән алып 16 апреленә тиклем.
Ойоштороусылар хәбәр итеүҙәренсә, йәшәп килгән традициялар менән эшләгән йәки ысын тарих урынында нигеҙләнгән тарих һәм мәҙәниәттең яңы традициялар формалаштырған проекттарға өҫтөнлөк күрһәтеләсәк. Традицион ижад формалары – кәсептәрҙә заманса мәҙәниәткә булышлыҡ итеүсе проекттарға айырыуса иғтибар бүленә.
Төбәк координаторҙары исемлеге менән конкурс тураһында положениены һәм заявка формаһын Елена һәм Геннадий Тимченконың Хәйриә фонды сайтында һәм Мәҙәниәт менеджерҙары ассоциацияһы сайтында табырға була.
Тулыраҡ мәғлүмәтте Волга буйы федераль округының төбәк координаторы Светлана Чапарина, (8482) 53-67-50 телефоны, svetach@fondtol.org электрон почтаһы аша белеп була.
Конкурс сәхифәләре «Бәйләнештә» шулай уҡ «Facebook»та бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика