Мәләүез районында тантаналы шарттарҙа Мәҙәниәт йылы
асылды. Тантана башланыуға тиклем ҡала Мәҙәниәт һарайы фойеһында милли костюмдар, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре, музыкаль инструменттар, ҡала һәм райондың мәҙәни-ял итеү учреждениеларының төрлө ваҡ-төйәк эштәренән торған күргәҙмә экспозициялары ойошторолғайны.