Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Февраль 2014, 12:19
Башҡортостан «Китап» нәшриәте силәбеләргә китаптар алып бара
14 февралдә Силәбе өлкәһе Арғаяш ауылының район мәҙәниәт йортонда Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең китап продукцияһының киңәйтелгән күргәҙмә-сауҙаһы үтәсәк. Нәшриәттә хәбәр итеүҙәренсә, әҙәбиәт яратыусылар өсөн Азат Абдуллиндың сәсмә әҫәре, Барый Ноғомановтың «Бәхетең һинең ҡулдарҙа» повесы, Хәйҙәр Тапаковтың, Таңсулпан Ғарипованың әҫәрҙәре, Башҡорт теленең академик һүҙлеге күп томдарҙа баҫмаһы, балалар һәм уҡыусылар әҙәбиәте, шулай уҡ төрлө милли сувенирҙар тәҡдим ителәсәк.
Күргәҙмә сәғәт 10-да башлана.
Автор:
Әлим Фәйезов
Теги:
«китап» нәшриәте
Читайте нас: