06:20 (UTC+5), 05 Февраля 2014

Өфөнөң «Мираҫ» галереяһында «Донъяларҙы киңәйтеп» күргәҙмәһе асылды

Розалия Вәлиева
«Сынғыҙхан» ижади төркөм ҡатнашыусыларының «Донъяларҙы киңәйтеп» күргәҙмәһе Өфөнөң «Мираҫ» художество галереяһында асылды.
- Рәссамдарҙың ижадын бер стилгә беркетеү ҡыйын – улар бөтәһе лә төрлө-төрлө, — тип билдәләне галерея кураторы Виолетта Ибәтуллина. — Төркөм рәссамдарының уртаҡ проекттары бик күп, бынан тыш, уларҙың һәр береһе үҙенекен дә тормошҡа ашыра. Уларҙы бер нәмә – эштәрҙең юғары планкаһы һәм һәләт, берләштерә.
- Иң мөһиме – күргәҙмәнең тулыланыуы, ә исеме түгел, — тип билдәләне «Сынғыҙхан» ижади төркөм ҡатнашыусыларының береһе рәссам Вәсил Ханнанов. – Ижадыбыҙ менән тормош киңлеген киңәйтәбеҙ, офоҡтарҙы айырабыҙ. Ижади берләшмәнең юбилейы алдынан был күргәҙмәгә күрә рәссамдар үҙҙәренең эштәрен күрһәтеү һәм был киңлектә юғалмау өсөн дәрт алды.
Күргәҙмәнең экспозицияһында – ижади берләшмә ҡатнашыусылары – Вәсил Ханнанов, Рәсих Әхмәтвәлиев, Ринат Харисов, Наил Байбурин, Рафаэль Моратшин, Миҙәт Мөхәмәтов, Наил Лотфуллиндың – утыҙлаған эше.
Ҡайһы бер рәсемдәр 2014 йылда төшөрөлгән. Рәссамдар үҙҙәре әйтеүенсә, күргәҙмә ойоштороу тәҡдиме тамашаға яңы эштәр күрһәтеү теләге уятты. Күргәҙмәне беренсе ҡараусылар араһында республика Президенты Рөстәм Хәмитов та булды, ул экспозицияларҙы ҡараны һәм авторҙар менән аралашты.
- Был тик тәүге аҙым ғына, беҙҙә башҡа заманса күргәҙмә залдары һәм фонд һаҡлағыстары булыуына ышанам, — тине Рөстәм Хәмитов.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2014 йыл Башҡортостанда республика Президенты Указы менән Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителгән. «Донъяларҙы киңәйтеп» күргәҙмәһе 15 мартҡа тиклем эшләйәсәк.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика