13:26 (UTC+5), 03 Февраля 2014

Татар йырын башҡарыусылар конкурсының Гран-при яулаусыһы Фән Вәлиәхмәтовтан тальян гармун аласаҡ

Алик Шакиров
Башҡортостанда татар йырын башҡарыусыларҙың, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фән Вәлиәхмәтовҡа арналған, «Үҙем йырлайым, үҙем уйнайым» төбәк-ара конкурсы иғлан ителгән. Уның ойоштороусылары – «Рамаҙан» төрөк милли-мәғариф үҙәге һәм Туймазы районы хакимиәте, тип хәбәр итә «Өмет» гәзите.
Конкурс инициаторҙарының береһе, киң танылған композитор Фәнир Ғәлимов әйтеүенсә, төрлө йыр жанрҙарын дауам итеүселәр күп, ә бына Фән Вәлиәхмәтов кеүектәр бик аҙ. Артист үҙе тальян гармунда уйнай ҙа, йырлай ҙа. Был конкурс үҙенә иғтибарҙы йәлеп итеү өсөн ойошторола, ә бигерәк тә йәш башҡарыусыларҙы. Конкурста ҡатнашыуға саҡырыуҙар башҡа төбәктәргә лә йүнәлтелгән – Татарстан, Силәбе, Ырымбур, Пермь өлкәләренә, уның тураһында мәғлүмәт интернетта ла бар.
- Был турала Фән Вәлиәхмәтов менән күптәнән уйлап йөрөй инек, музыка мәктәптәрендә, училищеларҙа махсус курстар асырға маташтыҡ, — тип һөйләй Фәнир Ғәлимов. — Фән Ғәвис улы йәш һәләтле йырсылар менән айырым эшләп ҡараны. Бер нимә лә килеп сыҡманы. Был һөнәргә өйрәтеп булмай, ул күрәһең тәбиғәттән бирелә, тигән һығымтаға килдек. Шунда, үҙ теләге булған таланттарҙы тирә-яҡтан эҙләп ҡарарға булдыҡ, ауылдарҙа йәшәгән һәм күтәрелеп китергә мөмкинлектәре булмаған йәштәрҙе эҙләп ҡарау уйы тыуҙы.
Фән Вәлиәхмәтов шулай уҡ, был ғәҙәти булмаған һәм үҙенсәлекле йырҙар башҡарыусы-тальянсылар жанрын һаҡларға кәрәк, тип иҫәпләй.
- Беҙҙең конкурста һәр ҡатнашыусы татар халыҡ йырын һәм татар композиторы әҫәрен тальян гармунда йәки ике рәтле гармунда уйнап башҡарырға тейеш, йәғни йырсы үҙенә аккомпаниатор була тигән һүҙ. Тальянсыларҙың бындай концерттарын халыҡ нисек яратҡанын үҙемдән алып беләм, — тип һөйләй билдәле йырсы, — залда тамашасылар һәр саҡ күп, улар башҡарыусыны йылы ҡабул итә. Халыҡта таланттар бик күп, һәр уңайлы осраҡта оҫталар ҡулдарынан гармунды төшөрмәй. Тик тальян гармун – ябай инструмент түгел, унда һәр кем уйнай алмай, уны тик иң талантлы кешеләр, эшһөйәрҙәр генә башҡара ала.
Конкурстың ойоштороу комитетын композитор, Татарстандың атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, «Рамаҙан» төрөк милли-мәғариф үҙәге идараһы ағзаһы Фәнир Ғәлимов етәкләне. Жюри рәйесе – Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фән Вәлиәхмәтов. Жюри составына күренекле йырсылар һәм композиторҙар инде: Айҙар Ғәлимов, Марат Шәрипов, Рәмил Ҡурамшин, Флүрә Хөрмәтова, Мөфтәдин Ғиләжев, Зифа Нагаева, Фәнир Ғәлимов, Мәғәриф Әхмәҙиев, Ридаль Фәтхиев, Салауат Әхсәнов.
Конкурста ҡатнашыусыларҙың эштәре видео яҙмалар формаһында 1 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Беренсе тур – видео яҙмаларҙы ҡарау. Йомғаҡлау туры һәм гала-концерт 14 мартта Туймазы татар дәүләт драма театрында үтәсәк. Бәйге ике йәш категорияһында уҙа: 20 йәшкә тиклем һәм 20 йәштән алып 50 йәшкә тиклем. Һәр категорияла беренсе, икенсе һәм өсөнсө урын билдәләнә. Конкурстың төп призы – Гран-при. Еңеүсегә Фән Вәлиәхмәтовтан яңы яңғырауыҡлы тальян гармун тапшырыласаҡ. Конкурстың бүләк фонды – 100 мең һум. Татар халыҡ йырын һирәк башҡарыусыға махсус бүләк бирелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика