05:15 (UTC+5), 29 Января 2014

Өфө яҙыусыһы китаптарының презентацияһы Парижда үтәсәк

Камил Хәсәнов
Өфө яҙыусыһы Игорь Савельев Парижға осто: уның исеме «Рус китабы һәм рус телендәге әҙәбиәт көндәре» фестивалендә ҡатнашыу өсөн 24 автор иҫәбендә аталды. Фестиваль 31 ғинуарҙа һәм 1 февралдә Париждың бишенсе округы мэрияһында үтә. Фестиваль сиктәрендә, L’ Aube нәшриәте француз телендә тәржемә итеп сығарған, Рәсәйҙең йәш яҙыусылары китаптарының презентацияһы планлаштырылған, шул иҫәптә Игорь Савельевтың үткән йылдың авгусында һәм ноябрендә сыҡҡан ике китабы – «Бледный город» һәм «Терешкова летит на Марс».
Дүрт автор ҡатнашасаҡ, серияның презентацияһы 31 ғинуарҙа кисен Генрих IV исемендәге Париж Лицейы залында үтә.
Игорь Савельев һәм Ирэн Сокологорская (профессор-русист, «Бледный город» повесын француз теленә тржемә итеүсе) менән ижади осрашыу, «Автор һәм уның тәржемәсеһе» осрашыуҙар серияһы сиктәрендә, 1 февралдә Париждың бишенсе округы мэрияһында уҙасаҡ.
Бынан тыш, Рәсәйҙән йәш авторҙар делегацияһы икенсе майҙансыҡтарҙа сығыш яһаясаҡ: мәҫәлән, бөгөн кис уларҙың китаптарының презентацияһы Librarie du Globe китап магазинында үтә.
Игорь Савельев – яҙыусы, журналист, «Башинформ» агентлығы күҙәтеүсеһе. Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика