07:20 (UTC+5), 24 Января 2014

Республика Президенты «Облака» заманса сәнғәт үҙәгендә Башҡортостан рәссамдарының күргәҙмәһен ҡараны

Эльмира Сабирова
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Облака» заманса сәнғәт үҙәгендә булды, унда республиканың билдәле рәссамдары – Сергей Краснов, Вәкил Шәйхетдинов, Михаил Спиридонов, Рәйес Ғәйетов, Камил Ғөбәйҙуллиндың ҙур коллекцияһы күрһәтергә ҡуйылған. Экспозицияла шулай уҡ Өфөнөң йәш рәссамдары – Тимофей Дорофеев, Евгений Севастьянов, Олег Шишкиндың эштәре. Бөтәһе 40 авторҙың ижады күрһәтелгән.
Рөстәм Хәмитов менән әңгәмәләшеүҙә үҙәкте ойоштороусыларҙың береһе Валериан Гагин, был экспозицияның хаҡы 36 миллион һум тәшкил итә, тип хәбәр итте.
Республика Президенты кешеләрҙең Үҙәккә нисек йөрөүе менән ҡыҙыҡһынды.
- Уртаса көн һайын галереяға 350 кеше килә, — тип һандарҙы килтерҙе Валериан Гагин. — Беҙҙең проект, бында мәҙәниәт һәм сәнғәттең төрлө йүнәлештәре: театр, кино, дизайн күрһәтелеүе менән үҙенсәлекле, беҙҙә һынлы сәнғәт студияһы эшләй, музыканттар сығыш яһай, Тамара Адамова етәкселек иткән альтернатива театрының спектаклдәре ҙур уңыш менән үтә. Актерҙар араһында – З. Исмәғилов исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары. Беҙҙә сәнәғәт дизайны, фотолар күргәҙмәһе, «Ҡала мөхите» фестивале конкурс көндәренең береһе үтте.
30 ғинуарҙа тамашасыларҙы Анна Яблонскаяның «Где-то и около» пьесаһы буйынса спектаклдә көтәләр, 14 февралдә Польшаның Кшиштофа Бизё драматургы пьесаһы буйынса ҡуйылыш тәҡдим ителәсәк.
Шулай уҡ һәр теләүсе бында уҡыр өсөн китап алып тора йәки үҙенекен килтерә ала (буккроссинг). Рөстәм Хәмитов «Яҡшы ҡала Өфө» («Хороший город Уфа») белешмәгә иғтибар итте. Өфө егетенең идеяһы, ә тормошҡа ашырҙылар Санкт-Петербургтан йәш кешеләр.
Сувенир продукцияһын ҡарап, республика башлығы, был, бөгөн алға этәрергә кәрәкле йүнәлеш, тип билдәләне.
- Беҙҙең маҡсат – һеҙҙеке кеүек бындай проекттарға, артабан да республикала бындай майҙансыҡтар күбәйһен өсөн, ярҙам итергә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.
1 из 16
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика