10:30 (UTC+5), 24 Января 2014

«Башҡортостан» гәзите талантлыларҙы эҙләүен дауам итә

Алик Шакиров
Ошо көндәрҙә, республикабыҙҙа рәсми рәүештә Мәҙәниәт йылына старт биргән көндө, «Башҡортостан» гәзите «Талантлыны данлай «Башҡортостан» конкурсының башланыуы тураһында иғлан итте. Конкурстың маҡсаты – төбәгебеҙҙә һәм уның сигендә һирәк башҡарыу оҫталығына эйә булыусы йырсыларҙы, бейеүселәрҙе, музыканттарҙы, һәүәҫкәр композиторҙарҙы эҙләү. Һәм, әлбиттә, гәзит аша уларҙың таланттары тураһында киң тамашаға һөйләү.
«Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары Рәшит Кәлимуллин хәбәр итеүенсә, быға оҡшаш конкурстар гәзиттә яҡшы йолаға әүерелде. Атап әйткәндә, 2012 йылда баҫма журналистары ауылдарҙа йәш эшҡыуарҙарҙы эҙләне һәм улар тураһында материалдар («Йүнселлекте данлай «Башҡортостан» конкурсы) әҙерләне, ә йыл аҙағында Башҡорт дәүләт филармонияһында еңеүселәргә бүләктәр тапшырҙы. Үткән йылда журналистар төпкөл ауылдарҙа, эшһеҙлеккә зарланмай үҙҙәренең алтын ҡулдары менән үҙ ғаиләләрен туйҙыра алған халыҡ оҫталары тураһында яҙҙы («Һөнәрлене данлай «Башҡортостан» конкурсы). Декабрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында был конкурстың һуңғы этабы менән дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырыу тантанаһы үтте.
Был конкурсҡа йомғаҡтар яһау декабрҙең тәүге көндәрендә планлаштырыла. Конкурс номинацияларында халыҡ һөйөүенә бүләк ҡаралған. Уның хужаһы гәзит сайтында «лайктар» иҫәбе буйынса билдәләнәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика