12:30 (UTC+5), 23 Ғинуар 2014

Өфөлә Рудольф Нуриев тураһында «Визит» фильмының презентацияһы үтте

Гөлфиә Акулова
Бөтә донъяға киң билдәле балет солисы, Башҡортостанда тыуған Рудоль Нуриевтың тормошонан бер эпизодты режиссер Булат Йосопов үҙенең кинофильмында һынландырҙы. Бөгөн Өфөнөң «Родина» кинотеатрында «Визит» картинаһының презентацияһы үтте. Фильм үҙенең ихласлығы, тәрән мәғәнәһе менән айырылып тора. Картина сюжетының үҙәгендә – ысын ваҡиғалар. 1977 йылда Өфөгә эш сәфәре менән Иорданиянан король ғаиләһе вәкиле Дина бин Абдель Хамид килә. Уның ысын маҡсаты Рудольф Нуриевтың әсәһе менән осрашып уға, гастролдәрҙән ҡайтырға теләмәй, инде бер нисә йыл иң яҡын кешеһе менән бәйләнешкә инә алмаған, Францияла йөрөгән улынан хәбәр еткереү. Бейеүсенең биографияһынан был киң билдәле булмаған факт шаһит булыусы Йәүҙәт Исҡужин әйтеүенән билдәле була. Тормош дөрөҫлөгө һәм ысын кешеләрҙең һыҙланыуҙары уның китабында һүрәтләнгән, ә хәҙер инде Булат Йосоповтың кинокартинаһында ла.
«Визит» фильмы – ул биш миллион һум күләмендә Президент грантын яулауға хоҡуҡ алыусы иң лайыҡлы проекттарҙың береһе», — тип билдәләне үҙенең тәбрикләү телмәрендә Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. — Ошо фильм беҙҙең республика һәм ил масштабында ғына күрһәтелеп ҡалмай, ә Парижда Рәсәйҙең фән һәм мәҙәниәт үҙәгендә лә күрһәтеләсәк, тигән фекер алышыу бара».
Фильмды «Башҡортостан» киностудияһында 2013 йылдың сентябренән алып төшөрҙөләр. Унда Рәсәй актрисаһы Лаура Кеосаян, Таңсулпан Бабичева, Рәмзил Сальманов төштө. Иҫ киткес һайлап алынған актерҙар составы, матур музыка, режиссерҙар, рәссамдар, декораторҙар эше, әсә менән улының үҙәккә үткес һөйөү тарихы – бер кемде лә вайымһыҙ ҡалдырмаясаҡ. «Картина уңышҡа лайыҡ», — тип ышана авторҙар һәм беренсе тамашасылар. «Был фильм – тағы ла бер ҡабат кешенең рухи асылында бер ниндәй ҙә сик, милләт булмағанын, уның бер ниндәй системаға ла буйһонмағанын әйтергә тырышыу. Ябыҡ дәүләт системаһында тыуған һәм формалашҡан Рудольф Нуриев тормош тураһында, үҙенең тәғәйенләнеше тураһында күҙ алдына килтереп аңлаған һәм хәҙерге заман сәнғәтенең иң ирекле һәм бойондороҡһоҙ кешеләренең береһенә әүерелгән», — тип һөйләй режиссер Булат Йосопов.
Өфө тамашасылары өсөн «Визит» фильмының премьераһы «Родина» кинотеатрында ошо йылдың ғинуар-февралендә үтәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика