Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Ғинуар 2014, 17:15

Ғәскәровсылар Сочиҙағы Олимпиадала сығыш яһаясаҡ

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Сочиҙа 7-23 февралдә үтәсәк XXII Ҡышҡы Олимпия уйындарына барырға әҙерләнә. Ғәскәровсылар мәҙәни программа сиктәрендә 11 февралдән 15-нә тиклем Башҡортостан сәнғәтен күрһәтәсәк. Унда ҡатнашыу өсөн Сочиға Рәсәйҙең 100-ләгән алдынғы ижади коллективтарының килеүе көтөлә.
БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат сәркәтибе Ләйлә Ишморатова хәбәр итеүенсә, танылған коллектив 45 минутлыҡ программаһы менән Олимпиаданың дүрт төп майҙансығында сығыш яһаясаҡ. Артистар ансамблдең алтын фондына ингән башҡорт бейеүҙәрен башҡарасаҡ, дөйөм алғанда, республика Президентының грантын алған, «Ғәскәров мираҫы» яңы программаһынан номерҙар. Билдәләп үтергә кәрәк, яңы программа өсөн бөтә костюмдар яңыртылған.
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: