12:34 (UTC+5), 10 Января 2014

Рәсәй йыйылма балалар хорына ингән Стәрлетамаҡ йырсылары Владимир Путин алдында сығыш яһаны

Эльмира Сабирова
Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың Мариин театрында йыйылма балалар хоры һәм концерт программаһының дөйөм репетицияһы уҙҙы, унда «Бәләкәй принц» Стәрлетамаҡ коллективынан 10 бәләкәй хорсы ҡатнашты. Волга буйы федераль округы хоры составында улар Юрий Чичковтың «Солдатские звезды» музыкаһына йыр башҡарҙы. Рәсәй йыйылма хоры составында – Дмитрий Шостаковичтың «Родина слышит», Сергей Прокофьевтың «Славься, наш могучий край!» һәм Александр Александровтың «Государственный Гимн Российской Федерации» әҫәрҙәрен. Хор менән РФ халыҡ артисы Валерий Гергиев дирижёрлыҡ итте.
Репетицияларҙың береһендә РФ Президенты Владимир Путин булды. Бәләкәй йырсылар бер нисә күренекле балалар йырҙарын – «Пусть всегда будет солнце», «Орлята учатся летать», башҡарҙы.
БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат сәркәтибе Ләйлә Ишморатова әйтеүенсә, Стәрлетамаҡтан балалар Петербургҡа 2 ғинуарҙа барып етте һәм 3 ғинуарҙа уҡ бөтә Рәсәй проектында ҡатнашыусы барлыҡ балалар менән репетиция яһай башланы.
- Бәләкәй йырсылар өсөн Петербург музейҙарына һәм театрҙарына сәйәхәт ҡылыу менән бай мәҙәни программа ойошторолған. Рәсәй йыйылма хоры йырсылары 11 ғинуарҙа өйҙәренә ҡайта, ә инде ғинуар аҙағында Олимпиаданы ябыу тантанаһында ҡатнашыу өсөн Сочиға юлланасаҡ, — тип хәбәр итте Ләйлә Ишморатова.
Олимпиадала сығыш яһау өсөн тап ошо хорҙы тиккә генә һайламағандар. Стәрлетамаҡтың 3-сө балалар музыка мәктәбе коллективы «Хор йәйғоро» республика фестиваленең Гран-при яулаусыһы һәм башҡа бик күп абруйлы конкурстар еңеүсеһе. «Бәләкәй принц» малайҙар хоры менән Людмила Герасимова етәкселек итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика