Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Декабрь 2013, 12:02
Мәсетле районында беренсе моделле китапхана асылды
Мәсетле районы үҙәгендә беренсе моделле китапхана – Үҙәк моделле балалар китапханаһы нигеҙендә Балалар уҡыу үҙәге асылды. Ул Башҡортостандың баш ҡалаһынан 283 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Оло Ыҡтамаҡ ауылында урынлашҡан.
БР Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, параметрҙары буйынса китапхана моделле асыҡ китапханалар стандарты талаптарына тулыһынса тап килә. Уның майҙаны – 210 квадрат метр. Үҙәк балалар китапханаһының хеҙмәтләндереү зонаһында 2300 бала йәшәй, уларҙың 1550-һе китапхана хеҙмәтләндереүе менән даими файҙалана.
Муниципаль бюджет аҡсаһына бинала ремонт эшләнгән, ул янғынға ҡаршы сигнализация менән йыһазландырылған, заманса техника һәм уңайлы йыһаздар һатып алынған.
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
моделле китапхана
балалар
Читайте нас