13:08 (UTC+5), 19 Декабря 2013

Галина Ишмөхәмәтова - «Алтын гонг - 2013» журналистар конкурсы лауреаты

"Башинформ"
Мәскәүҙә йыл һайын уҙғарыла торған «Алтын гонг - 2013» профессионал журналистар конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультеты президенты Ясен Засурский рәйеслегендә абруйлы жюри ағзалары ун туғыҙынсы тапҡыр үҙ эше оҫталарын иғлан итте. «Йыл мөхәррире» номинацияһында «Уфа» журналы һәм «Уфимские ведомости» гәзите етәксеһе Галина Ишмөхәмәтова еңеүсе тип танылды. «Башинформ» агентлығы коллективы коллегабыҙҙы ысын күңелдән ошо абруйлы профессионалдар конкурсында еңеүе менән ҡотлай.
Белешмә. «Алтын гонг - 2013» конкурсы ойоштороусыһы – Рәсәй төбәк киң мәғлүмәт саралары етәкселәре альянсы (АРС-ПРЕСС). Ҡатнашыусылар – баҫма киң мәғлүмәт саралары журналистары һәм редакция коллективтары, интернет-баҫмалар, нәшриәт йорттары.
Конкурс Матбуғат һәм киң коммуникациялар федераль агентлығы финанс ярҙамында ойошторола.
Конкурстың рәсми партнеры – Төбәк-ара подписка агентлығы.
Быйыл конкурста еңеүгә Рәсәй Федерацияһының 32 субъектынан меңләгән журналист, редакция, интернет-баҫма, нәшриәт йорто дәғүә итте. Улар араһында илдең алыҫ нөктәләре: Калининград һәм Благовещенск, Салехард һәм Грозный, шулай уҡ Санкт-Петербург, Иркутск, Өфө, Махачкала, Ҡурған һәм башҡа төбәктәр. Конкурста ҡатнашыусылар – 49 матбуғат, электрон һәм интернат баҫма журналистары. Шул иҫәптән – 21 муниципаль кимәлдәге, 23 – өлкә,край, республика һәм төбәк-ара баҫма, 5 – федераль киң мәғлүмәт саралары. Ойоштороу комитетына редакция коллективтары һәм журналистар 2940 эш тәҡдим итте.
Конкурс символы – боронғо гректарҙың йәйғор алиһәһе Ирида, уның төп роле – аллаларға хәбәрҙәр еткереү. Ҡулында алтын гонг тотоп торған уның ҡануни статуэткаһы журналистың тәғәйенләнешен символлаштыра һәм конкурстың төп бүләге булып тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика