09:06 (UTC+5), 18 Декабря 2013

Әхәт Сәлихов – Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты

Алик Шакиров
Быйыл күренекле шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһына ТӨРКСОЙ Халыҡ-ара ойошмаһында БР Мәҙәниәт министрлығы вәкиле, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов лайыҡ булды. Был юғары награда уға ғилми-ағартыу эше һәм М.Аҡмулланың ижади мираҫын халыҡ-ара кимәлдә таратыуға ҙур өлөш индергәне өсөн бирелде, тип хәбәр итте БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат сәркәтибе Ләйлә Ишморатова.
Премия Башҡортостандың Миәкә районы хакимиәте тарафынан 1989 йылда шағирҙың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү һәм яҙыусыларҙың, фән, сәнғәт эшмәкәрҙәренең һәм журналистарҙың ижади әүҙемлеген дәртләндереү маҡсатында ойошторола.
Бүләкләү тантанаһы арҙаҡлы шағирҙың тыуған көнөндә уның ватанында үтте. Тантанала ҡатнашыусылар, улар араһында Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Риф Тойғонов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов, журналист Факил Мырҙаҡаев, БР Мәҙәниәт министрлығының бүлек начальнигы Алһыу Сирғәлина, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ уҡытыусылары Әхмәт Сөләймәнов, Әхмәт Дәүләтҡолов, Зәки Әлибаев, Мәрхәбә Дәүләтшина, уның тыуған ауылы Туҡһанбайҙа шишмәгә барҙы һәм Аҡмулла музейында булды, Сәфәр ауылы дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары менән осрашты. Бүләкләү тантанаһы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылы Мәҙәниәт һарайында үтте.
Белешмә. Әхәт Ғөбәй улы Сәлихов 1966 йылдың 12 июнендә республиканың Күгәрсен районы Бикеш ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ педагогия институтының тарих-педагогия факультетын тамамлаған. 1992-2006 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында тикшеренеүсе, ғилми сәркәтип вазифаларында эшләй. 1997 йылда Мимар-Синан исемендәге университеттың Социаль фәндәр институтында (Истанбул, Төркиә) – магистр диссертацияһын, 2003 йылда тарих фәндәре кандидаты дәрәжәһен яҡлай. Әлеге ваҡытта Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһында (ТӨРКСОЙ) Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы вәкиле.
Башҡортостан, Татарстан Мәҙәниәт министрлыҡтары һәм ТӨРКСОЙ Халыҡ-ара ойошмаһының рәхмәт хаттары һәм почет грамоталары, «Әхмәт-Зәки Валиди Туған», «ТӨРКСОЙ-ҙың 20 йыллығы» иҫтәлекле миҙалдары менән бүләкләнгән. Ул Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика