18:51 (UTC+5), 16 Декабря 2013

Өфөлә Арыҫлан Мөбәрәковҡа һәлкәл асылды

Дмитрий Слезин
Дүшәмбе, 16 декабрҙә, Өфөлә Башҡорт академия драма театры эргәһендәге паркта СССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Арыҫлан Мөбәрәковҡа һәйкәл асылды.
Асыуҙа Арыҫлан Ҡотлоәхмәт улының ҡыҙы Гөлли, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, баш ҡала мэры Ирек Ялалов, республиканың ижади зыялыйҙары һәм актерҙың яҡташтары ҡатнашты.
- Ҡәҙерле дуҫтар, мин һеҙҙе ысын күңелдән ошо иҫ киткес байрам менән ҡотлайым! — тине Әминә Шафиҡова. — Арыҫлан Мөбәрәковҡа һәйкәл – ул уның талантына, уның ынтылыштарына, уның тыуған республикаһын, тыуған Башҡортостанын данлау тураһында хыялдарына һәйкәл! Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов былтырғы Мөрәжәғәтнамәһендә, беҙ мәҙәниәтте республикабыҙҙың иң төпкөл төбәктәренә еткерергә тейешбеҙ, тип билдәләне. Бөгөнгө кеүек бындай ваҡиғалар беҙҙе һәм беҙҙең йәштәребеҙҙе тәрбиәләй, тип иҫәпләйем. Беҙ үҙ геройҙарыбыҙҙы иҫләргә тейешбеҙ! Беҙ республикабыҙҙы данлаған кешеләрҙе хәтерләргә һәм ошо әһәмиәтле тәжрибәне киләһе быуындарға тапшырырға тейешбеҙ. Әйҙәгеҙ ошо көндө иҫтә ҡалдырайыҡ, Арыҫлан Мөбәрәковтың талантын иҫләйек һәм бындай ваҡиғалар тормошта күберәк булһын! — тип һүҙен йомғаҡланы БР мәҙәниәт министры.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика