15:43 (UTC+5), 11 Декабрь 2013

Башҡортостан Композиторҙар союзын Ләйлә Исмәғилева етәкләне

Алик Шакиров
Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Композиторҙар союзының Устав буйынса дүрт йылға бер тапҡыр үткәрелә торған сираттағы отчет-һайлау йыйылышы үтте.
Йыйылыш эшендә Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм Рәсәй Федерацияһы Композиторҙар союзының яуаплы сәркәтибе Ширвани Чалаев ҡатнашты.
Башҡортостан Композиторҙар союзының яңы рәйесе итеп профессор, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының композиция кафедраһы мөдире, РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БР халыҡ артисы, БР, СССР һәм РФ Композиторҙар союзы ағзаһы, Рәсәй композиторҙар союзының Д.Д.Шостакович исемендәге премия лауреаты Ләйлә Исмәғилева һайланды, тип хәбәр иттеләр БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Ләйлә Исмәғилева Мәскәүҙә тыуған. 1972 йылда Гнесиндар исемендәге дәүләт музыка-педагогия институтының композиторҙар факультетын тамамлай. Шул уҡ йылдан алып Өфө дәүләт сәнғәт институтында эшләй. 1979-98 йылдарҙа – кафедра мөдире, 1990-92 – фәнни эш буйынса проректор, 2004 йылдың мартынан – композиция кафедраһы мөдире. Ул «Хужа Насретдин», «Арҡайым» балеттары, симфоник һәм камерный, вокал-инструменталь әҫәрҙәр, театр спектаклдәренә музыка авторы. З.Исмәғилев исемендәге Халыҡ-ара конкурстың художество етәксеһе.
«Башҡортостан Республикаһы Композиторҙар союзы» - композиторҙарҙы һәм музыка белгестәрен берләштереүсе ижади йәмәғәт ойошмаһы. Бөгөнгә көнгә 31 композитор һәм 15 музыка белгесе Союзда тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика