07:20 (UTC+5), 10 Декабря 2013

Башҡорт опера һәм балет театрында Салауат Низаметдиновтың һуңғы әҫәре ҡуйыла

Розалия Вәлиева
Башҡорт опера һәм балет театрының бәләкәй залында 20 һәм 21 декабрҙә опера труппаһы солистары һәм симфоник оркестр Салауат Низаметдинов музыкаһына ике актта «Нисек мин һине яратам?!» операһын ҡуя.
Режиссер – Рөстәм Ғәлиев, дирижер – Марат Әхмәт-Зарипов, рәссам – Марсель Ҡалмағәмбәтов (Санкт-Петербург). Спектаклдә театрҙың опера труппаһы солистары һәм симфоник оркестр ҡатнаша.
«Нисек мин һине яратам?!» - Салауат Низаметдиновтың һуңғы әҫәре. Июнь аҙағында ул опера клавиры өҫтөндә эшен тамамлай, ә оркестровканы эшләп өлгөрмәй – 29 июлдә вафат була. Әҫәр инструментовкаһын Салауат Әхмәҙи улының ижадташ коллегаһы композитор Илдар Хисаметдинов эшләй. Премьераны опера солистары Эльвира Алькина, Эльмира Әхмәтзарипова, Любовь Буторина, Олег Килмөхәмәтов, Владимир Копытов, Катерина Лейше, Ян Лейше, Владимир Орфеев, Илгиз Хәкимов, Олеся Хөснөтдинова әҙерләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика