12:34 (UTC+5), 06 Декабря 2013

Яңы күргәҙмә залын асыу Александр Бурзянцевҡа арналды

Алик Шакиров
Өфөнөң «Мираҫ» галереяһы ХХ быуаттың икенсе яртыһында Башҡортостандың иң сағыу һәм үҙенсәлекле рәссамдарының береһе – Александр Бурзянцевтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған күргәҙмә менән яңы экспозиция залын аса.
«Мираҫ» галереяһынан хәбәр итеүҙәренсә, күргәҙмәлә 1950 йылдарҙың беренсе яртыһындағы этюдтарҙан башлап рәссам үҙенең һуңғы рәсемдәрен төшөргән 1990 йылдар уртаһына тиклем эштәр тәҡдим ителәсәк. Бында шулай уҡ рәссамдың тормошона һәм ижадына бәйле, әлегә тиклем күптәр күрмәгән уникаль архив материалдары, фотографиялар, әйберҙәр ҡуйыласаҡ. 1953 йылда Александр Бурзянцев уҡытыусыһы Иван Горюшкин-Сорокопудов менән осрашҡандан һуң Ивановканан китә, уҡытыусыһы унан хушлашҡанда: “һин нимәне нығыраҡ яратаһың, тормоштомо, әллә сәнғәттеме?” тип һорай. Рәссамдың тормошо быға үҙе яуап, сөнки ғүмер уға сәнғәткә хеҙмәт итеү өсөн кәрәк булды.
Бөйөк оҫтаның полотнолары Дәүләт Третьяков галереяһы (Мәскәү), Рус Дәүләт музейы (Санкт-Петербург) йыйынтыҡтарында, М.В.Нестерев исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө) һәм илдең башҡа тиҫтәләгән музейында һаҡлана. Ул юғары исемдәргә лайыҡ, белгестәрҙә һәм тамашасыларҙа киң танылыу яулаған. Һәр саҡ асыҡ, киң күңелле кеше булды.
Күргәҙмә 11 декабрҙән 2014 йылдың 31 ғинуарына тиклем Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 72 адресы буйынса уҙа.
Инеү ирекле.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика