06:04 (UTC+5), 04 Декабря 2013

«Йылдың иң яҡшы башҡорт китабы» VIII республика конкурсы еңеүселәре билдәләнә

Эльмира Сабирова
«Йылдың иң яҡшы башҡорт китабы» VIII республика конкурсы еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы 4 декабрҙә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үткәрелә.
Бөтәһе 42 муниципаль китапхана системаһынан 116 проект тәҡдим ителгән.
Конкурсҡа видеороликтар тәүге тапҡыр ижади эш кеүек тәҡдим ителде (буктрейлерҙар — китап тураһында һөйләү, был китапты әле уҡымағандарҙы ҡыҙыҡһындырыу, китапты яратыуыңды белдереү ысулы).
Еңеүселәрҙе өс номинацияла билдәләйәсәктәр: «Мөхәббәт, ғаилә, тоғролоҡ тураһында иң яҡшы китап»; «Башҡортостан тәбиғәте тураһында иң яҡшы китап»; «Бала саҡта иң яратҡан китап».
Шулай уҡ махсус дипломдар тапшырыласаҡ: «БР-ҙа иң уҡымлы китап» дипломына китаптары ҙур популярлыҡ яулаған өс автор – Марат Муллаҡаев, Людмила Чупахина, Дамир Шәрәфетдинов лайыҡ; «Йыл асышы» дипломын башлап яҙыусы, журналист Айгиз Баймөхәмәтов «Ҡалдырма, әсәй» китабы өсөн аласаҡ.
Сараны ойоштороусылар – БР Мәҙәниәт министрлығы һәм Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика